«Ирҙең даны иленән, халҡы менән еренән!» тематик сара
Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге 3-сө һанлы полилингваль күп профилле Аҡъяр урта мәктәбенең 5а класс уҡыусылары өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы Айгөл Рәшит ҡыҙы Рәсембәтова менән берлектә «Ирҙең даны иленән, халҡы менән еренән!» исемле тематик сара үткәрҙе.
Быйыл Рәсәйҙә беренсе тапҡыр рәсми рәүештә октябрь айының өсөнсө йәкшәмбеһендә Атайҙар көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан сараға махсус хәрби операциянан ялға ҡайтҡан «Кабан» позывнойлы яугир һәм уҡыусыларҙың атайҙары саҡырылды.
Атайлы бала – арҡалы, ти халыҡ мәҡәле. Атаһынан яратылған ҡыҙҙар иркәле, ә атайлы малайҙар көслө рухлы булып үҫә. Атай кеше ғаиләһенең именлеген һаҡлаусы, донъя тотҡаһы. Атайҙарҙың балалар тәрбиәләүгә һалған өлөшөн хөрмәтләү йөҙөнән үткәрелгән сарала ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлауға арналған һорауҙарға, үҙҙәренә хас күркәм сифаттарҙы улдары һәм ҡыҙҙарына һалған, ҙур яуаплылыҡ алған һәр ғаилә башлығы үҙенең тәжрибәһе менән уртаҡлашып, яуаптар биреп үтте. Байрам уңайынан атайҙар һәм балалар араһында хәрәкәтле уйындар ойошторолдо.
Еребеҙ тыныслығы өсөн дошмандарҙан азат итеүгә үҙ өлөшөн индереүсе, ысын ир аҫылы «Кабан»позывнойлы яугир уҡыусыларҙың һәр һорауына аныҡ яуаптар бирҙе. Уҡыусыларҙың яҙған хаттарын алып уҡығандан һуң яуҙаштарының ҡыуанғандарын әйтте һәм «Бындай хаттар һалдаттарға көс һәм ышаныс өҫтәй, еңеүгә дәртләндерә» – тип ихлас күңелдән рәхмәтен еткерҙе. Яугир ата-әсәләр һәм китапхана хеҙмәткәрҙәре ярҙамы менән әҙерләнгән бүләктәрҙе ихлас ҡабул итте.
Сара һуңынан Төнъяҡ-Көнсығыш биҫтәһе паркында махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташ яугирҙәргә арналған һәйкәлгә барып, бер минутлыҡ тынлыҡтан һуң сәскәләр һалыу ойошторолдо.
Үҙәк район китапханаһының башҡорт теле һәм әҙәбиәт бүлеге, Рәмилә Фәйзуллина