12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

«Әҙиптең яҡты донъяһы» китап күргәҙмәһе

Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендә яҙыусы, шағир, журналист һәм тәржемәсе Аҫылғужа Ишемғужа улы  Баһумановты тыуыуына 80 йыл тулыуға ҡарата «Әҙиптең яҡты донъяһы»  исемле китап күргәҙмәһе ойошторолдо.

Аҫылғужа Ишемғужа улы Баһуманов 1945 йылдың 20 октябрендә Баймаҡ районы Муллаҡай ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуа.

Тыуған ауылында ете класс тамамлағас, Темәс урта мәктәбендә уҡый. Унан һуң ошо уҡ райондың Ишмырҙа һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй. 1964 йылда Башҡорт дәүләт университетына уҡырға инә. Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә. Күп йылдар «Совет Башҡортостаны» газетаһы редакцияһында бүлек мөдире булып эшләй. 1990 йылдың апрелендә Аҫылғужа Баһумановты «Китап» нәшриәте директоры итеп һайлайҙар. 1994 йылдан ул Сибайҙа төбәк яҙыусылар ойошмаһына етәкселек итә. Һуңынан З.Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтенең нәфис әҙәбиәт бүлеге мөхәррире булып эшләй.

Уның тәүге «Ҡояшлы таң» шиғырҙар йыйынтығы 1982 йылда нәшер ителә. Артабан «Боҙ киткәндә», «Ниндәй көн был», «Мәңгелек тупһаһында», «Салауаттың йәше», «Йөрәгем – кирелгән йәйә» китаптары донъя күрә. «Йөрәгем – кирелгән йәйә» китабына шиғырҙар, поэма һәм повестар индерелгән. Китап авторҙың тыуыуына 60 йыл тулыу уңайы менән нәшер ителә.Китап күргәҙмәһендә «Ниндәй көн был» китабында ике повесында ла автор дәһшәтле ҡырҡынсы йылдар йәштәренең аяуһыҙ яҙмышын һүрәтләй, «Салауаттың йәше» роман–эпопеяның тәүге китабы милли батырыбыҙҙың тыуыуына 250 йыл тулыу уңайы менән нәшер ителә. «Һайланма әҫәрҙәр» авторҙың тыуыуына 75 йәш тулыу уңайы менән нәшер ителгән ике томлыҡ әҫәренең тупланмаһы урын алған.

Аҫылғужа Баһуманов 2005 йылда вафат була. Баймаҡтар әҙиптең яҡты иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡлай. Муллаҡай ауыл мәктәбендә әҙип иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ ҡуйылған. Ауыл китапханаһы янында Аҫылғужа Баһумановтың мемориаль китапханаһы булдырылған.

Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге, Рәмилә Файзуллина