ҠӘҘЕРЛЕ ӘҘӘБИӘТ ҺӨЙӨҮСЕЛӘР!
Һеҙҙең иғтибарығыҙға Яҙыусылар союзы Башҡортостан Башлығы Гранттар фонды ярҙамында ойошторған профессиональ яҙыусылар араһында патриотик әҫәрҙәр ижад итеү буйынса «Заман ауазы» («Голос эпохи») әҙәби бәйге еңеүселәренең әҫәрҙәрен тәҡдим итәбеҙ!
«Заман ауазы» әҙәби бәйгелә ҡатнашҡан яҙыусылар үҙҙәренең әҫәрҙәрендә халҡыбыҙҙың бөйөк еңеүҙәрен тасуирлай, атай-олатайҙарының аманатына тоғролоҡ һаҡлаған беҙҙең заман геройҙарының ҡаһарманлыҡ өлгөләрен сағылдыра, халыҡтың илһөйәрлек рухын күтәрә.
| «Поэзия» номинацияһында беренсе урын алған Лариса Абдуллинаның «Халҡым минең — Ватаным!» шиғырҙар йыйынтығында тыуған ергә, халыҡҡа, милләтебеҙҙең күркәм йолаларына һөйөү менән һуғарылған шиғирҙары тупланған. | |
| Икенсе урын алған Зөһрә Ҡотлогилдинаның «Блокада» исемле китабында Украина ерендә махсус хәрби операцияла дошмандарға ҡаршы алышҡан ҡаһарман Башҡортостан егеттәренә, уларҙың еңеү менән иҫән-һау ҡайтыуҙарын өҙөлөп көткән ғәзиз әсәйҙәренә, һөйөклө ҡатындарына, ҡәҙерле балаларына арналған поэмалары һәм шиғырҙары тупланған. | |
| «Ҙур проза» номинацияһында икенсе урын алған Гүзәл Ситдиҡованың үҫмерҙәр өсөн яҙылған «Сал сәсле малай» повесында Йортомбай исемле малайҙың Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда Донбасста тороп ҡалып, оккупация ваҡытында кисергәндәре тураһында бәйән ителә. | |
| «Бәләкәй проза» номинацияһында беренсе урын алған Миләүшә Ҡаһарманованың «Аманат» исемле йыйынтығында китап уҡыусылар тарафынан яратып ҡабул ителгән повесть һәм хикәйәләре тупланған. | |
| Икенсе урын алған Фәрзәнә Аҡбулатованың «Еңеү ҡанаттары» китабында уҡыусы башлыса һуғыш йылдарындағы ҡатмарлы ваҡиғалар менән танышасаҡ. Мажаралар, бәрелештәр, тетрәнеүҙәр – бараһы ла реаль тормоштан алынған. | |
| Өсөнсө урын алған Зөлфирә Ҡаҙаҡбаеваның «Геройҙар ваҡыты» исемле китабына индерелгән повесть һәм хикәйәләрендә тәү ҡарашҡа ябай ғына күренгән геройҙар һәм һүрәтләгән ваҡиғалар аша кешелектең ҙур һәм мәңгелек темаларын күтәрә, уйланырға саҡыра. | |
| «Балалар өсөн иң яҡшы әҫәр» номинацияһында еңеүсе Рәмзәнә Абуталипованың «Еңеүҙе яҡынайтабыҙ» йыйынтығында тупланған шиғырҙары тыуған илгә, тыуған ергә һөйөү менән ҡарарға, дуҫлыҡты, тоғролоҡто һаҡларға өйрәтә. |
Китапханаларҙа булдырылған «Патриотик кәштә»лә урын алған сағыу һәм бай йөкмәткеле яңы китаптар әҙәбиәт һөйөүселәрҙең күңеленә хуш килер тип ышанабыҙ.
Китапханаға рәхим итегеҙ!