12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

«Милли кейем — милләт ҡото» китап күргәҙмәһе

Башҡортостанда төбәк биләмәһендә йәшәгән бөтә халыҡтарҙың милли кейеме көнөн билдәләү йолаға әүерелде. Ошо уңайҙан үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендә Милли кейем көнөнә арналған «Милли кейем — милләт ҡото» исемле китап күргәҙмәһе ойошторолдо. Ул уҡыусыларҙы милли кейем тарихы, халыҡтарҙың йолалары менән таныштыра, төрлө халыҡтарының кейемдәре аша күп милләтле мәҙәниәттең матурлығын аса.

Китап күргәҙмәһендә А.С. Камалиеваның «Башҡорт костюмы», С. Шитованың «Башҡорт халыҡ кейеме», «Татарская национальная обувь», «Женское рукоделие у башкир» кеүек баҫмалар тәҡдим ителә. Боронғонан хәҙерге заманға тиклем журналдар йыйынтығы, тарихи-этнографик очерктар уҡыусыларҙы традицион ҡатын-ҡыҙ һәм ир-ат кейеме, аяҡ кейеме, халыҡ сәнғәтенең боронғо төрҙәре: сигеү, туҡыу, биҙәүестәр менән таныштыра. Тәҡдим ителгән баҫмаларҙа шулай уҡ кейем, баш кейемдәрен биҙәү өсөн ҡулланылған милли сигеүҙең орнамент мотивтарының килеп сығышы һәм үҫеше мәсьәләләре ҡарала.

Милли кейем көнө — һәр халыҡтың рухи асылы, тарихы, бөгөнгөһө һәм киләсәге ул. Ошо рухи ҡиммәттәребеҙҙе һаҡлайыҡ, тергеҙәйек, илебеҙҙе, тарихыбыҙҙы данларҙай көслө рухлы балалар үҫтерәйек!

Зилиә Исәкаева, үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге хеҙмәткәр