«Әлләсе» интеллектуаль өҫтәл уйыны
8 август көнө үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендә балалар өсөн «Әлләсе» интеллектуаль өҫтәл уйыны үткәрелде.
«Әлләсе» уйыны башҡорт телен белеүҙе яҡшыртыуға йүнәлтелгән, көнкүреш әйберҙәренең, ер-һыу атамаларының, билдәле шәхестәрҙең, милли кейемдәрҙең йәки төрлө өлкәгә ҡағылған һүҙҙәрҙең исемдәрен, атамаларын яҡшыраҡ белеү йәһәтенән бик отошло уйындарҙың береһе.
Ҡатнашыусылар «Ҡояш» һәм «Йәйғор» исемле ике командаға бүленеп фәһемле һәм күңелле уйындың мәғәнәһенә төшөнөп алғас ҡыҙыҡһынып, тырышып тел байлығын, хәтер һәм зирәклек талап ителгән мауыҡтырғыс уйында белемдәрен нығыттылар.
Тапҡырлыҡ һәм сослоҡ тәрбиәләгән ярышта ике команда ла ал бирмәҫкә тырышты, сәмләнеп ихлас күңелдән көс һынаштылар.
Ярыш һуңында ике команда ла бер үк мәрәй йыйып, дуҫлыҡ еңде.
Балалар алдағы уҡыу йылына һүҙлек запастарын тулыландырып, телмәрҙәрен байытып, матур тәьҫораттар менән таралыштылар.
.