«Башҡорт бал ҡорто – милли байлыҡ» китап күргәҙмәһе
8 август үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендә Башҡортостан Республикаһы умартасылары көнөнә ҡарата «Башҡорт бал ҡорто – мили байлыҡ» исемле китап күргәҙмәһе ойошторолдо.
Элек- электән ата-бабаларыбыҙ солоҡсолоҡ, ҡортсолоҡ менән шөғөлләнеп был кәсепте быуындан-быуынға мираҫ итеп ҡалдыра килә. Районыбыҙҙың ҡайһы ғына ауылын алһаң да, ошо шөғөлдө үҙ итеүселәр йылдан йыл арта бара.
Бал — тәбиғәттең иҫ киткес байлығы, Башҡортостан балы бөтә донъяға танылып, уның төп һәм дауалау сифаттары юғары баһаланған.
Китап күргәҙмәһендә урын алған Рафиҡ Ноғоманов һәм Әмир Ишемғоловтарҙың «Умартасылыҡ серҙәре» китабының йөкмәткеһендә умартасылыҡтың тарихы, бал ҡортоноң төҙөлөшө һәм йәшәйеше, ҡортсолоҡтоң аҙыҡ базаһы тураһында, Әғләм Шәриповтың «Солоҡсолоҡ», Ивний Шафиковтың «Искусство и пчеловодство» һәм шулай уҡ бал ҡортоноң мөғжизәһе, балдың сәләмәтлек өсөн сихәте, прополис, инә ҡорт һөтө, медицинала ҡулланыу һәм умартасылыҡ серҙәре тураһында бай мәғлүмәттәр менән танышырға мөмкин.
Ҡорт тәрбиәләү бик файҙалы, шифалы шөғөл. Саф һауа, сәскәләр, бал еҫе кешенең һаулығына файҙа килтерә, нервыны тынысландыра. Ҡорттар менән аралашыу-ул рухи ҡәнәғәтлек кисереү, тәбиғәтте нығыраҡ тойоу. Берәүҙәргә ул ғаилә традицияһы булараҡ яҡын, икенселәргә-тормошон йәмләүсе һәм биҙәүсе яратҡан шөғөл, өсөнсөләрҙең-яратҡан профессияһы.
Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге Рәмилә Файзуллина
