«Йөрәктәрҙә дөрләй ялҡыны» китап күргәҙмәһе
3 июль үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендә Башҡортостандың халыҡ шағиры, яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы һәм Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры Абдулхаҡ Хажмөхәмәт улы Игебаевтың тыуыуына 95 йыл тулыуға ҡарата «Йөрәктәрҙә дөрләй ялҡыны» исемле китап күргәҙмәһе ойошторолдо.
Абдулхаҡ Хажмөхәмәт улы Игебаев 1930 йылдың 2 июлендә Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Күсей ауылында тыуған. Йәшләй етем ҡала, балалар йортонда тәрбиәләнә.
Яҙыусының беренсе китабы — «Йәшлек йыры» тигән шиғырҙар йыйынтығы 1954 йылда баҫылып сыға. Шунан алып авторҙың Өфө, Ҡазан һәм Мәскәү нәшриәттәрендә башҡорт, татар, рус телдәрендә утыҙҙан артыҡ китабы донъя күрә.
Абдулхаҡ Игебаев шиғырҙарына күп композиторҙар йыр сығарған һәм данлыҡлы йырсылар уларҙы үҙ репертуарына алған.
Абдулхаҡ Игебаев — иң элек тыуған яҡ йырсыһы. Шуға ла уны үҙ илендә яратып уҡыйҙар, һағынып иҫкә алалар, ижадын йөрәк түрендә һаҡлайҙар.
Күргәҙмә шағирҙың тормошо һәм ижады тураһында һөйләй, китапхана фондынан уның китаптарын тәҡдим итә. Бынан тыш, күргәҙмәлә шағирҙың айырым шиғырҙары, тыуған яғын тасуирлауҙары, тәбиғәткә мөнәсәбәте килтерелә, мәҫәлән «Беләм ерем — һыуым ҡәҙерен», «Яҙмыш юлҡайҙары урау – урау…», «Ҡайҙа һайрай һандуғасҡай» һәм башҡа йыйынтыҡтары. Шулай уҡ күренекле шағирҙың үҙе һәм уның ижады, яҡташтары, яҙыусылар тураһында һүҙҙәре тәҡдим ителә.