12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

«Шиғриәт уҙаманы» китап күргәҙмәһе

2 июль үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендә башҡорт яҙыусыһы, шағир, драматург һәм тәржемәсе, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Сәләхетдин Ғәбит улы Кулибаевтың тыуыуына 115 йыл тулыуға ҡарата «Шиғриәт уҙаманы» китап күргәҙмәһе ойошторолдо.

Китап күргәҙмәһендә әҙәбиәт һөйөүселәребеҙҙең күңеленә үтеп инерлек «Аҫыл таштар», «Думы в пути», «Ватан улдары» исемле һәм башҡа  тос йөкмәткеле китаптары һәм шиғырҙар йыйынтығы урын алған.

Сәләхетдин Ғәбит (Ғибәҙәт) улы Кулибаев 1910 йылдың 2 июлендә Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Нурәли ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1921—1923 йылдарҙа Темәс балалар йортонда тәрбиәләнә. 1924—1925 йылдарҙа Түбә руднигының фабзавучында уҡый, аҙаҡ приискыларҙа эшләй. 1929 йылда Баймаҡ заводының тау-техник мәктәбен тамамлап сыға.

1930 йылда Сәләх Кулибайҙы «Башҡортостан» газетаһына промышленность бүлегенә әҙәби сотрудник итеп эшкә саҡыралар. Был йылдарҙа ул «Октябрь» журналының яуаплы секретары, Башҡортостан Пролетариат яҙыусылары ассоциацияһының (БАПП) секретары, шул уҡ ваҡытта Башҡортостан китап нәшриәтендә художестволы әҙәбиәт редакторы кеүек вазифаларҙы башҡара.

Сәләх Кулибай бөйөк Ватан һуғышы ветераны, ул хәрби училищела уҡый, аҙаҡ Көнбайыш Украина, Карпат, Польша, Чехословакия ерҙәрендә ҡаты һуғыштарҙа ҡатнаша. Һуғыш ҡырында күрһәткән батырлыҡтары өсөн II дәрәжә Ватан һуғышы ордены һәм миҙалдар менән наградлана.

Кулибай 1945 йылдың көҙөнән алып 1950 йылға саҡлы Башҡортостан Яҙыусылар союзында әҙәби консультант, «Әҙәби Башҡортостан» журналы сотруднигы, СССР Яҙыусылар союзының Литфонд вәкиле булып эшләй. Шунан һуң ун йыл Башҡортостан китап нәшриәтендә художестволы әҙәбиәт редакторы һәм шул бүлектең мөдире вазифаларын башҡара.

Кулибайҙың «Эш тауында» тигән шиғырҙар йыйынтығы 1930 йылда донъяға сыға. Төрлө жанрҙарҙа яҙа һәм 30-ҙан ашыу китабы баҫылып сыға. Көлкөлө хикәйә, мәҫәл, фельетондарҙан торған «Төрлө биҙәктәр», «Күңелле хикәйәләр» йыйынтыҡтары авторы. Быуындан-быуынға рухи күсәгилешлек проблемалары «Тау йыры» повесында сағылыш  таба. Драма һәм комедиялары республика театрҙары сәхнәләрендә ҡуйыла. Башҡорт әҙәбиәтендә мемуар жанрын үҫтереүгә ҙур өлөш индерә. «Ватан улдары» китабында әҙәбиәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренең ижади портреттары бирелгән. Сәләх Кулибай тәржемә эше менән дә шөғөлләнә. Башҡортсаға ул Пушкин һәм Лермонтов шиғырҙарын, Лермонтовтың «Беҙҙең заман геройы» романын, С. Щипачевтың «Павлик Морозов» исемле китабын тәржемә итә.