«Ныҡлы ғаилә – ил терәге» китап күргәҙмәһе
Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендә Халыҡ ара ғаилә көнөнә ҡарата «Ныҡлы ғаилә – ил терәге» исемле китап күргәҙмәһе ойошторолдо.
Ғаилә ул – ышаныслы киләсәк, бәхет сығанағы, яҡтылык һәм өмөт, мөхәббәт бөркөп торған усаҡ. Шул усакты һүндермәй – һүрелдермәй яндырып тороу – һәр ғаиләнең бурысы.
Китап күргәҙмәһендә күренекле яҙыусыларыбыҙ Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙең йәме», Гөлнур Якупованың «Ҡатындар», Гөлсирә Ғайсарова-Ғиззәтуллинаның «Йәшәргә ваҡыт», Хәйҙәр Тапаковтың «Саҡыр мине зәңгәр киңлектәргә», Әминә Яхинаның «Башҡорт туй йолалары» ҡулланмаһы һәм башҡа китаптары урын алған. Китаптарҙа ғаилә ҡиммәттәре, ҡатын-ҡыҙ һәм ир-егет мөнәсәбәте, тормошта булған ыңғай һәм кире күренештәр, ҡыҙыҡлы яҙмыштар, ҡабатланмаҫ характерҙар асыла.
Ғаилә ул йылы усаҡ. Ул ни тиклем ныҡлы булһа, уның йылылығы шул тиклем көслөрәк. Һәр ата-әсә үҙ балаларын изгелекле, шәфҡәтле, киләсәктә оло таянысы булыр тип өмөт итә. Башҡорт халҡында ғаилә ҡоролошонда яҙылмаған ҡанундар һаҡланып килә. Ғаилә – ул тормоштоң нигеҙе. Ата-әсә уның тотҡаһы. Балалар ғаиләнең көҙгө.