«Берҙәм, татыу ғаилә – илгә терәк» исемле сара
15 май үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендә Исмағил Тасимов исемендәге тау колледжы студенттары өсөн Халыҡ-ара ғаилә көнөнә арналған «Берҙәм, татыу ғаилә – илгә терәк» исемле сара үткәрелде.
Ғаилә һәр кем өсөн иң ҡәҙерле, яҡын төшөнсә. Ер йөҙөндә кешелек яралғандан алып, ир һәм ҡатын бер бөтөн булып, үҙ ғаиләһен ҡороп йәшәй. Бәләкәй генә дәүләттең үҙ ҡанундары, ғөрөф-ғәҙәттәре була, һәр ғаилә бәхетле булыу өсөн тырыша.
Ғаилә — ул матурлыҡ, бәхет һәм шатлыҡ утрауы. Әгәр ҙә ғаилә ныҡ һәм татыу икән, илебеҙ ҙә ныҡлы һәм көслө була.Сараға саҡырылған Хәйбулла районы ЗАГС бүлеге начальнигы Заһира Ғилман ҡыҙы Биккинина райондың статистика мәғлүмәттәре менән таныштырып, студенттарҙың һорауҙарына яуаптар бирҙе.
Районыбыҙҙа ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлап, берҙәм, татыу йәшәгән, өлгөлө парҙар бик күп. Ошо сифаттарға хас, иңгә-иң терәшеп, оҙаҡ йылдар татыу ғүмер иткән, тормош юлдарының сағыулығы менән айырылып торған Ишмырҙа Баймырҙа улы һәм Ләлә Шәйхислам ҡыҙы Баймырҙиндар студенттарға үҙ тормоштарынан алып бәхет нигеҙе – татыулыҡта, яуаплылыҡта икәненә, бер-береңде хөрмәт итеп, аңлап йәшәү – тормош девиздары тураһында һөйләп үттеләр.
Хәйбулла социаль приюты мөдире Ләйсән Зөфәр ҡыҙы Рәхмәтова студенттарҙы ике командаға бүлеп, бәләкәй генә дәүләттең үҙ ҡанундары, ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары, берҙәмлеге төшөнсәһе тураһында тренинг – уйын үткәрҙе һәм һәр ҡатнашыусы үҙенең ғәилә гербын һүрәткә төшөрөп аңлатма индерҙе.
Үткәрелгән саранан киләсәктә матур нәҫелдәрен дауам итеүсе йәштәр кәрәкле фәһемдәр, кәңәштәр алдылар һәм ғаилә ҡороуҙың яуаплылыҡтарына төшөндөләр.
Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге Рәмилә Файзуллина