«Үтте һуғыш,ҡалды һағыш» китап күргәҙмәһе
2025 йыл Рәсәйҙә Ватанды һаҡлаусылар йылы тип иғлан ителде.
Ошо уңайҙан үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендә «Үтте һуғыш,ҡалды һағыш» исемле китап күргәҙмәһе ойошторолдо.
Ватанды һаҡлаусылар йылы Бөйөк Еңеүҙең юбилейын ғына күҙ уңында тотмай, илебеҙ өсөн көрәшкән ата-бабаларыбыҙҙы, бөгөнгө Рәсәй һаҡсыларын, махсус хәрби операция һалдаттарын, геройҙарыбыҙҙы яҡты хәтирәләр менән иҫкә алыу маҡсаты менән ойошторола. Бөйөк Ватан һуғышы шаңдауын әле лә ишетәбеҙ, ул беҙгә хәҙерге яу яландарынан ишетелә.
«Үтте һуғыш,ҡалды һағыш» исемле китап күргәҙмәһендә урын алған «Хәтер» китабына һәләк булған, хәбәрһеҙ юғалған һәм Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Тыуған илебеҙ азатлығын һәм бойондороҡһоҙлоғон һаҡлап алып ҡалыу өсөн үҙ ғүмерен ҡорбан иткән яҡташтарыбыҙҙың исемлектәре индерелгән.
Фәрит Вәхитов төҙөүендә «Аҡ аманат –һалдат хаттары» йыйынтыҡ китабына Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың, шулай уҡ уларҙың ғаилә ағзаларының хаттары, көндәлек яҙмалары һәм хәтирәләре баҫылған.
Әмир Моратовтың «Һуғыш хәтирәләре» китабында авторҙың һуғыш осоронда үткән ғүмере, кисерештәре, Ер, ил, кеше һәм замана яҙмышы хаҡындағы уйланыуҙары, хәүефләнеүҙәре, әрнеүҙәре урын ала.
Зөһрә Ҡотлогилдинаның «Һуғыш яралаған бала саҡ» документаль публицистик китабында тыл ветерандарының хәтирәләре, иҫтәлектәре, Яныбай Хамматовтың «Башҡорттар китте һуғышҡа» романында 112 –се башҡорт кавалерия дивизияһының Бөйөк Ватан һуғышы фронттарындағы героик юлы һәм тыл хеҙмәтсәндәренең ауыр эш барышы, Бөйөк Ватан һуғышы яугире А.М. Виноградовтың «Йәшәү хаҡына» китап- альбомына Бөйөк Ватан һуғышындағы Еңеү көнөн Өфөлә һәм башҡа ҡала-ауылдарҙа 1990-2004 йылдарҙа байрам итеү мәлдәрен сағылдырған фото һүрәттәр һәм Бөйөк Ватан һуғышына арналған китаптар урын алған.