12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

«Беҙҙең заман геройҙары» китап күргәҙмәһе

2025 йыл Башҡортостанда Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылы тип иғлан ителде.

Ошо уңайҙан үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендә  «Беҙҙең заман геройҙары» исемле китап күргәҙмәһе ойошторолдо.

Махсус хәрби операция донъяға ҡарашты бөтөнләй үҙгәртә һәм барыһын да үҙ урынына ҡуя. Изгелек менән яуызлыҡ, мөхәббәт менән нәфрәт, кешелеклелек һәм ҡанһыҙлыҡ араһындағы сиктәр асығыраҡ күренә.

«Беҙҙең заман геройҙары» китап күргәҙмәһендә махсус хәрби операция геройҙарына арналған мәҡәләләр менән танышырға мөмкин. «Ағиҙел» журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафиндың «СВОими глазами» китабында Тәтешле егете Фәнис Хөсәйенов хаҡында «Бер ғүмер етмәй икән» очергы, «Ҡыҙарып сейә бешкән мәл ине» юлъяҙмалары,  йәш яҙыусы Рәзинә Зәйнетдинованың «Ҡашлы йөҙөк» китабындағы «Һалдат мөхәббәте» исемле ғаилә яҙмышы тураһындағы  хикәйәһе, «Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоеваның «Йәйғорло йәм» китабынан махсус хәрби операция барышында һәләк булған батыр уландарҙың әсәләренә арналған «Әсә сабырлығы» шиғыры һәм райондашыбыҙ, Яңы Петровка ауылынан Рәсәй Геройы Никита Петровтың ҡаһарманлығы тураһында мәғлүмәт менән  танышырға мөмкин.

Шулай уҡ, «Ағиҙел», «Ватандаш» журналдарында баҫылған, Ватан һағына берҙәм баҫҡан, тыуған иле өсөн йән атҡан, юғары илһөйәрлек өлгөһө күрһәткән ир-егеттәребеҙ тураһында очерктар  урын алған.