«Тылсымлы талант» онлайн осрашыу
Сәхнә ул – мөғжизәләр донъяһы. Күңел ҡылдарын сиртеп, иң тәрәндә ятҡан хистәрҙе уятыу көсөнә эйә.
Үҙәк район китапханаһы, тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы хеҙмәткәрҙәре, хөрмәтле яҡташыбыҙ, актёр, режиссёр, театр эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының, Башҡортостан Республикаһының халыҡ һәм атҡаҙанған артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры, меңәрләгән тамашасының йөрәген яулаған сәнғәтебеҙ ғорурлығы, Мәжит Ғәфүри исемендәге Башҡорт дәүләт академияһы драма актеры, Өфө сәнғәт институты доценты Хөрмәтулла Ғаззали улы Үтәшевтың 65 йәшлек юбилейына ҡарата «Тылсымлы талант» тип исемләнгән онлайн осрашыу ойошторҙо.
Осрашыуға 2 се һанлы Аҡъяр урта мәктәбенең 9 класс уҡыусылары, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ләйсән Зәкир ҡыҙы Йәнйегетова саҡырылды.
Һәр кемдең дә яҙмышына уның тыуып үҫкән ере, тәбиғәте, кешеләре йоғонто яһамай ҡалмай. Хөрмәтулла Ғаззали улы аралашыуҙа тыуған ауылы, бала –саҡ хәтирәләре, ғаиләһе менән таныштырып, үҫмер сағында бесән эшләү осорон, мәктәп, студент йылдарының сағыу хәтирәләрен иҫкә төшөрөп үтте.
Башҡорт театры сәхнәһендә сағыу образдар тыуҙырған артист, әүҙем йәмәғәтсе, сәхнә әҫәрҙәрен башҡортсаға тәржемә итеүсе, йәш быуынды тәрбиәләүсе, бик күп әҙәби һәм театраль кисәләр режиссеры, киноактер, хатта башҡорт эстрадаһында ла танылған шәхес булараҡ, уҡыусыларға мәктәп йылында маҡсатлы булыу, тырышлыҡ ҙур уңышҡа өлгәшеүҙең бер юлы икәнен аңлатып ,ҡатнашыусыларға уңыштар теләне.
Хөрмәтулла Ғаззали улы күптәр өсөн театр – сәхнәлә тиҫтәләгән образдарҙы кәүҙәләндергән актерҙар эше тип уйлауына- грим һалыу, костюмдар эше, декорациялар ҡороу, яҡтыртыу, тауыш биреү – былар барыһы ла профессиональ коллективтың хеҙмәт һөҙөмтәләре, хеҙмәт үҙенсәлектәре тураһында аңлатма индереп, һүҙҙәрҙең дөрөҫ әйтелеше тураһында күнекмәләр үткәрҙе.
Йәнле, мауыҡтырғыс әңгәмәлә уҡыусылар ғорурлыҡ хистәре тойоп ихлас күңелдән аралаштылар. Хөрмәтулла Ғаззали улына һәр башҡарған эшендә тыуған төйәгенең, яҡташтарының рухи ярҙамын тойоп, киләсәктә илһамланып ижад итергә, тамашасыларҙы сағыу ролдәре менән ҡыуандырырға яҙһын тигән изге теләктәрен еткерҙеләр.