12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

Әҙәби — музыкаль сара «Күңелегеҙ бәхеткә сорналһын»

21 ноябрь үҙәк район китапханаһының башҡорт –әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендә, кешелек донъяһына йәм биреүсе, аҡыллы фекерҙәре менән аҡ юл күрһәтеүсе һөйөклө әсәйҙәргә арналған «Күңелегеҙ бәхеткә сорналһын»  исемле   әҙәби   музыкаль сара үткәрелде.

Доньяның рәхәтен, тормоштоң михнәтен, күңелдең сафлығын, намыҫтың паклығын аңларға өйрәтеүсе һөйөклө әсәйҙәргә  рәхмәт хистәребеҙҙе еткереп байрамға саҡырылған «Ағинәйҙәр»   һәм китапхананың  иң әүҙем китап уҡыусыларын ҡотлап,  изге теләктәр менән үрелеп барҙы әҙәби сара.

Сараны йәмләп,  район һәм республика кимәлендә  ойошторолған  йыр бәйгеләрендә ҡатнашып  исеме моң һөйөүселәргә яҡшы таныш булған Клара Әлибаева «Сәлимәкәй» йырын, ҡурай моңдарын Фәнис Атанов бүләк итте.

Әҙәби сараны биҙәп, үҙенең уй-кисерештәрен шиғыр юлдарынан табып   шиғыр уҡырға, һөйләргә яратҡан шиғри күңелле Эльвира Сәлмән ҡыҙы Бикбова  күңеленә ятҡан  Башҡортостандың халыҡ шағирҙары  Мостай Кәримдең  «Бүләк»,   Рәми Ғәриповтың      «Кеше»  шиғырҙарын һөйләне.

Бөгөнгө заман  ҡатын-ҡыҙҙарының әүҙемлегенең  артыуы һәм уларҙың йәмғиәттә үҙ урынын табыуы, үҙенә ышанысы артыуы күҙәтелә. Сараға саҡырылған күп йылдар халыҡ медицинаһына, үләндәрҙең шифаһына өҫтөнлөк биргән,   уларҙы ҡулланыу тәртибе  менән шөғөлләнгән Әнисә Дамир ҡыҙы Ҡолғонина үҙенең  күргәҙмәһе менән таныштырып үтте. Шифалы үлән — йәнгә дауа,   айырым үләндәрҙең файҙалы үҙенсәлеген белгәндә, бик күп сирҙе улар ярҙамында дауаларға мөмкин булыуын, шифалы үләндәр, емеш-еләк ҡайһы саҡ дарыуға ҡарағанда ла һөҙөмтәлерәк йоғонто яһауы тураһында аңлатмалар индереп,  үҙенең кәңәштәре менән уртаҡлашты.

Сара һуңынан «Әсәйҙәр донъя йәме» исемле китап күргәҙмәһенә байҡау яһап, Рәзинә Зәйнетдинованың «Ҡашлы йөҙөк» китабында   «Һалдат мөхәббәте» исемле хикәйәһенең, бөгөнгө  ҡатмарлы яҙмыш менән буталған ғаиләнең сетерекле яҙмышы  хаҡында ҡыҫҡаса истәлеге менән таныштырып, фекер алышыу ойошторолдо.