«Әҙиптең яҡты донъяһы»- китап күргәҙмәһе
Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендә шағир, журналист, тәржемәсе, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ауырғазы районының Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге премия лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры Риф Фәйзрахман улы Мифтаховтың тыуыуына 85 йыл тулыуына ҡарата «Әҙиптең яҡты донъяһы» исемле китап күргәҙмәһе ойошторолдо.
Риф Фәйзрахман улы Мифтахов 1939 йылдың 17 сентябрендә Башҡорт АССР-ы Ишембай районы Кинйәбулат ауылында тыуған. Ауылында башланғыс һәм күршеләге Байғужа ете йыллыҡ мәктәптәрендә уҡый, Ишембайҙа 3-сө башҡорт урта мәктәп-интернатын тамамлай. Совет Армияһы сафында хеҙмәт итеп ҡайтҡас, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында уҡый. 1968—1974 йылдарҙа — Башҡортостан китап нәшриәтендә, һуңынан «Совет Башҡортостаны» (бөгөн «Башҡортостан» гәзитендә, «Ағиҙел» журналында эшләй, «Башҡортостан ҡыҙы» журналында мөхәррир урынбаҫары, «Һәнәк» журналы редакцияһында әҙәбиәт бүлеге мөдире вазифаларын башҡара.
Риф Мифтахов мәктәптә уҡыған йылдарында уҡ ижад менән шөғөлләнә башлай. Бала сағы һуғыш йылдарына тура килгән йәш шағир «Өскөл хаттар» тигән тәүге йыйынтығында хәрби тематиканы тәүге урынға ҡуя, артабанғы йылдарҙа донъя күргән китаптары уның яңы йүнәлештәге талантын бик тә асыҡ күрһәтә.. Уның тиҫтәләгән шиғырҙарын композиторҙар үҙ иткән һәм күп кенә популяр башҡарыусыларҙың репертуарында ныҡлы урын алған һәм радио, телевизорҙан даими яңғыраған йырҙар ижад иткән. Әҙип прозала ла уңышлы ижад итә: «Күҙ йәштәре», «Юл күрһәтеүсе йондоҙ» исемле повестарының, тиҫтәләгән хикәйәләренең уҡыусылар тарафынан яратып ҡабул ителеүе, улар тураһында тәнҡитселәрҙең тик ыңғай фекер әйтеүе бының асыҡ миҫалы.
Риф Мифтахов шулай уҡ республикала юмор һәм сатира өлкәһендә лә әүҙем эшләүсе шағир,тәржемә менән дә даими шөғөлләнә. Ул илебеҙҙең совет осорондағы күренекле һүҙ оҫталары Александр Блок, Евгений Евтушенко, Михаил Исаковский, Давид Кугултинов, Михаил Львов, Владимир Фирсов кеүек рус һәм СССР-ҙың башҡа халыҡтарының билдәле шағирҙарының күп әҫәрҙәрен башҡортсаға тәржемә итә. Яҙыусы башҡорт шағиры, 2004 йылда Салауат Юлаев исемендәге премияһына лайыҡ булған әҙип Рәшит Назаровтың тормошон һәм үҙенсәлекле, башҡорт шағриәтендә айырым урын алған бай ижадын өйрәнеүгә күп көс һала: яҙмыш ҡушыуы буйынса ҡаты ауырыуға дусар булған ижадсының әҫәрҙәрен барлап, үҙенең баш һүҙе менән ике томлыҡ йыйынтыҡта халыҡҡа еткерә. Нескә күңелле лирик шағир Риф Мифтаховтың үҙҙәренән-үҙҙәре йырлап торған бихисап шиғырҙарына танылған композиторҙар Нур Дауытов, Мөфтәдин Ғиләжев һәм башҡалар популяр йырҙар яҙған.