12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

Тематик кисә «Алтын көҙҙөң мул уңышы»

Көҙ… Һәр кемебеҙ уны үҙенсә ҡабул итә. Әле көҙҙөң иң матур сағы, әбейҙәр сыуағы күңелде иркәләй, сағыу күк көмбәҙендә йылы яҡҡа осар ҡоштар ҡанаттарын нығытып сыулашһа, алтын башаҡҡа тулышҡан баҫыу-ҡырҙар   мул уңышы менән ҡыуандыра.

Ошондай ҡояшлы көндә үҙәк район китапханаһында «Сикһеҙ китапхана» клубы өсөн «Алтын көҙҙөң мул уңышы» исемле тематик сара үтте. Йомарт көҙҙөң бай уңыштарын йыйып ҡышҡылыҡҡа һаҡлап ҡала торған ҡыҙыу мәл бара. Үҙең үҫтергән йәшелсә, емеш тәмле лә, экологик яҡтан таҙа ла, файҙалы ла. Кемдер туңдыра, тоҙлай, кемдер компот-салаттар яба, ҡайнатма эшләй.

Сараны йомарт көҙҙөң бай баҡсаһынан иҫ китмәле һоҡланғыс сәскәләр гөлләмәһе, йәшелсәләр композицияһы биҙәне. Ҡатнашыусыларҙың һәр береһе нисек мул уңыш алыуҙары, ҡышҡылыҡҡа һаҡлау саралары, йылдар дауамында һыналған төрлө рецепт төрҙәре һәм уларҙы эшләү ысулдары менән бүлеште. Кеше ҡулдары менән булдырылған һәр матурлыҡ, файҙалы ризык аштары күп көс һәм сабырлыҡ талап итә.

Элек-электән ата-бабаларыбыҙ төрлө шифалы үләндәр менән дауаланған, уларҙы киптереп, ҡулланып файҙаһын күргәндәр. «Андыҙ барҙа – ат үлмәҫ, ирәүән барҙа – ир үлмәҫ», тигән халҡым. Шуға ла үләндәрҙең дауалау үҙенсәлектәрен, ҡасан, ниндәй күләмдә йыйырға, уларҙы ҡайһылайтып һаҡларға кәрәклеген белеп эш иткәндәр. Ошо хаҡта дарыу үләндәре йыйыу менән шөғөлләнеүсе Әнисә Ҡолғонина төплө итеп һөйләп үтте. «Үткән заманда йәшел үлән халыҡты аслыҡтан һаҡлап ҡалған, туйындырған, көс биргән. Бөгөнгө етеш тормошта үләнгә артыҡ иғтибар биреп бөтмәһәк тә, уларҙың шифаһы быуаттар дауамында һыналған һәм дәлилләнгән. Ҡый тип йолҡоп ташланған үләндәр һаулыҡ өсөн бик файҙалы. Һәр миҙгелдең дә йыйып ҡуллана торға үҙ үҫемлеге бар. Көҙ көнө күп итеп бешкән әрем орлоғон, өлгөргән үлән, ҡыуаҡ тамырҙарын йыйып ҡалырға тырышам. Йыл буйы аралаштырып, төрлө шифалы үләндәрҙән төнәтмәләр эсеп йөрөһәгеҙ, тәнегеҙ һеҙгә рәхмәт кенә әйтер», — тине Әнисә Дамир ҡыҙы. «Халыҡ медицинаһы» исемле китап күргәҙмәһендәге китаптар ҙа ошо хаҡта һөйләй.

Һәр бер миҙгел үҙ мәле тигәндәй, быйылғы ҡойоп яуған дауамлы ямғырҙан һуң, һутлы йәй йәшел төҫөн бер ҙә көҙ миҙгеленә бүләк итәһе килмәй.  Шулай ҙа, барыһы ла мул уңышлы баҡса эштәренә йомғаҡ яһай, оҙон, һыуыҡ ҡыш айҙарын ҡаршы алырға әҙерләнә.  Тыуған еребеҙҙең һәр миҙгеле сағыу, гүзәл, шуның өсөн дә йәнтөйәгебеҙ иң ҡәҙерлеһе, иң һөйкөмлөһө  булып ҡала.

Лира Такалова, үҙәк район китапханаһы хеҙмәткәре.