12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

«Матурлыҡтың сере –сәләмәт рухта»

5 апрель үҙәк район китапханаһында– Бөтә донъя сәләмәтлек  көнөнә арналған  «Матурлыҡтың сере –сәләмәт рухта»  исемле сара үткәрелде.

Һаулыҡ – кешенең иң ҙур байлығы, бәхетенең нигеҙе, иҫәнлек булғанда ғына кеше үҙенең теләгенә ирешә, йәмғиәт тормошонда актив ҡатнаша, хеҙмәттән ҡәнәғәтлек, ғаиләһенән йәм таба.

Шуныһы ҡыуаныслы, һуңғы йылдарҙа йәмәғәтселектә сәләмәт йәшәү рәүешен алып барыу ғәҙәти күренешкә әйләнде, кеше хәҙер үҙ һаулығына битараф түгел, һәр кем ныҡлы иғтибар бүлә башланы.

Сараға спортты яратҡан, сәләмәт тормошто үҙ иткән изге күңелле һәм ярҙамсыл, үҙ ғүмерендә  бар тырышлығын, күңелен  биреп, балаларға мөһим һөнәргә арнаған мәғәриф хеҙмәт ветераны,   бөгөнгө көндә район кимәлендә  үткәрелгән һәр бер сараның да үҙәгендә булған Мәрйәм Ниғәмәт  ҡыҙы Хәйҙәрова саҡырылды.

Ул — сәләмәт йәшәү рәүешен ысын пропагандалаусы булараҡ үҙ артынан әйҙәләп өлкән йәштәге кешеләр өсөн иң уңайлы спорт төрө, скандинавия хәрәкәте менән күптән шөғөлләнә, һыу менән ҡойоноп сыныға һәм уҡтан атыу спорт төрөн дә үҙ иткән. «Баһадир»  физкультура-һауыҡтырыу комплексында теләге булғандарға физик күнекмәләр үткәрә. Сара барышында күнекмәләрҙең эҙмә эҙлелеген һанап, сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтырыу тәжрибәһе менән уртаҡлашты.

Сарала ҡатнашыусыларҙан Рита Поповская  үҙ ерлегебеҙҙә үҫкән тәбиғи үҫемлектәр йәғни төрлө шифалы үләндәрҙе йыйып киптереп, уларҙы сәй итеп әҙерләүе тураһында һөйләп, йәмле йәйҙең матур көндәрен хәтерләткән үлән сәйе һәр кемдең өҫтәлендә булыуын теләне, ә Гүзәл Нәҙерғолова балдың шифаһына өҫтөнлөк биреүе тураһында фәһемле кәңәштәрен бирҙе.

Шулай уҡ ул уҡтан атыу – таҫыллыҡ, теүәллек, түҙемлелек талап иткән башҡорт халҡының тарихына, мәҙәниәтенә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләгән, һуңғы йылдарҙа билдәлелек алған спорттың бер төрө менән шөғөлләнгән Лилия Алчинова үҙ тәҫораттары менән бүлеште.

Һаулыҡ—ул ысын байлығыбыҙ. Ысынлап та, сәләмәт тәндә сәләмәт рух,тәү сиратта кешенең рухы һау булырға тейеш. Тик шул осраҡта ғына кеше ысын мәғәнәһендә сәләмәт була ала.

Мәрйәм Ниғәмәт  ҡыҙы  сара һуңында, күберәк ыңғай кисерештәргә иғтибар йүнәлтергә, яҡшы уйҙарға ғына көйләргә, тигән теләктәрен еткерҙе.