12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

Китап күргәҙмәһе «Хеҙмәт, хөрмәт, тоғролоҡ»

Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендә, журналист Рәсүл Хәсән улы Сәғитовтың 60 йәшлек юбилейына ҡарата «Хеҙмәт, хөрмәт, тоғролоҡ» исемле китап күргәҙмәһе  ойошторолдо.

Сәғитов Рәсүл Хәсән улы — башҡорт радиожурналисы, яҙыусы һәм тәржемәсе. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар һәм Яҙыусылар союздары ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты.

Рәсүл Хәсән улы Сәғитов 1964 йылдың 14 мартында  Бөрйән районы Нәби ауылында тыуған.

1981 йылда Иҫке Монасип урта мәктәбен тамамлағандан һуң, бер нисә ай «Ҡыҙыл таң» колхозында эшләй, ноябрҙә комсомол юлламаһы менән райондың «Таң» гәзите редакцияһына эшкә ебәрелә.

Чита ҡалаһында Хәрби-Һауа Көстәрендә хеҙмәт итеп ҡайтҡас Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында юғары белем ала

1990—1991 йылдарҙа — Белорет районының «Урал» гәзите хеҙмәткәре, Белорет ҡалаһының 1-се мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй.

1991 йылда «Башҡортостан»    дәүләт телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһына күсә: «Башҡортостан эфиры» гәзите хәбәрсеһе, радиотапшырыуҙар студияһында өлкән мөхәррир, телевидениела ижтимағи-сәйәси программалар ижад берекмәһе етәксеһе, «Башҡортостан эфиры» гәзитенең баш мөхәррире, радиола комментатор, Башҡортостан Республикаһы «Башҡортостан» дәүләт телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһының «Юлдаш» радиоһында ижтимағи-сәйәси тапшырыуҙар бүлеге етәксеһе була.

Әлеге ваҡытта — «Башҡортостан» телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһы Акционерҙар йәмғиәтенең «Юлдаш» радиоһында ижтимағи-сәйәси тапшырыуҙар бүлеге етәксеһе..

Китаптары:

  • Күк томан : хикәйәләр һәм новеллалар. Коллектив йыйынтыҡ. — Өфө : Китап, 1998. — 288 бит. Башҡорт телендә.
  • Дөрөҫ һүҙ : кескәйҙәр өсөн хикәйәләр. — Өфө : Китап, 2009. — 24 бит. Башҡорт телендә.
  • Донъя йәме : хикәйәләр. — Өфө : Эшлекле династия, 2010. — 244 бит. Башҡорт телендә.
  • Ямғырҙан һуңғы ҡояш : хикәйәләр. — Өфө : Ғилем, 2011. — 128 бит. Башҡорт телендә.
  • Имен-аман тороғоҙ! / Әҙәби-документаль әҫәр. — Өфө : Китап, 2013. — 400 бит. Башҡорт телендә.
  • Словом красен человек : статьи, выступления, рассказы. — Уфа : Китап, 2017. — 216 с. Рус телендә. [2].
  • Алтындан алдын мәсьәлә : мәҡәләләр, сығыштар, интервьюлар, хикмәтле хикәйәләр. — Өфө : Башҡорт энциклопедияһы, 2017. — 256 бит. Башҡорт телендә. [3].
  • Такого я мнения : статьи, интервью, рассказы. — Уфа : Башкирская энциклопедия, 2019. — 176 с. Рус телендә.
  • Һүҙем менән сығам илемә. — Өфө : Прокопий, 2019. — 236 бит. Башҡорт телендә.
  • Бына шул бөгөн мөһим : сығыштар, мәҡәләләр, интервью, хикмәтле хикәйәләр. — Өфө : Прокопий, 2019. — 166 бит. Башҡорт телендә.
  • Уй туйы. / Кудрявый дымок за мотоциклом. / Wedding in dream. — Өфө : Прокопий, 2020. — 132 бит. Башҡорт, рус, инглиз телдәрендә.
  • Улыбка сквозь годы : рассказы, жизненные истории, статьи. — Уфа : Прокопий, 2020. — 160 с. Рус телендә.
  • Уйлағандың һүҙе уйнаған : хикәйәләр, мәҡәләләр, интервьюлар, сығыштар. — Өфө : Прокопий, 2021. — 166 бит. Башҡорт телендә.
  • Көләч сулар : хикәяләр. — Казан : Татарстан китап нәшрияты, 2021. — 304 бит. Татар телендә.