12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

Әҙәби  сара  «Тыуған телем – моңло көйөм»

21 февраль – һәр халыҡтың үҙ телен ҙурлау көнө. Тел – халыҡтың матди һәм рухи байлығына асҡыс, тарихи үткән менән киләсәкте бәйләр күпер. «Теле барҙың – иле бар» тигән башҡорт халыҡ мәҡәле бар . Халыҡтың халыҡ булып ҡалыуы, йәшәүе тел яҙмышы менән бәйле.  Шуға күрә телде һаҡлау, киләсәк быуынға еткереү бурысы һәр кемдең иңенә берҙәй тигеҙ һалынған.

Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге 2-се һанлы Аҡъяр  урта мәктәбенең 6 класс уҡыусылары өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлфирә Эльбрус ҡыҙы Мәхәмәтшина менән берлектә  «Тыуған телем – моңло көйөм» исемле әҙәби сара үткәрҙе. Әҙәби сара халыҡ-ара туған тел   көнөнөң    барлыҡҡа килеү тарихы менән таныштырыу, йәш быуында илһөйәрлек, телһөйәрлек тойғолары тәрбиәләү  маҡсаты менән ойошторолдо. Тел ул аралашыу ҡоралы ғына түгел, ә кешенең күңел байлығын, зиһенен, аҡылын, рухи донъяһын сағылдырыусы ла.

Уҡыусылар «Тапҡырҙар» һәм  «Зирәктәр»  командаһына бүленеп  тел һәм әҙәбиәт өлкәһендә белемдәрен һанап ҡаранылар. Беренсе турҙа башҡорт халыҡ ижады буйынса мәҡәлдәрҙе дауам иттеләр, йомаҡтар систеләр,  шиғырҙар аша телебеҙҙең бәҫен, тәмен тойҙолар. Икенсе турҙа викторина һорауҙарына яуап бирҙеләр, серле квадрат эсенә йәшерелгән башҡорт халыҡ мәҡәлдәрен төҙөнөләр.

Китапханасы  китап күргәҙмәһенә ҡуйылған «Халҡым теле- хаҡлыҡ теле», «Ынйы бөртөктәре» Ғәбит Садиҡовтың «Гәүһәр тиҫбеһе», Гөлфиә Янбаеваның «Елле фекерҙәр елгә осмаһын»  китаптарының йөкмәткеһе  менән таныштырҙы. Яҡташыбыҙ, шәғирә   Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт  хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Йомабикә Ильясованың «Миҙгелдәр аша» китабынан «Башҡорт теле» шиғырын  уҡып ишеттерҙе.

Башҡорт теленә сикһеҙ һөйөү менән һуғарылған әҙәби сара яҡташыбыҙ, Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаевтың «Үҙ телемдә һиңә өндәшәм» шиғырына флешмоб менән тамамланды