12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

Китап күргәҙмәһе «Илһамлы ижад»

Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендә яҙыусы, журналист, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Фәтих Кәрим исемендәге премия лауреаты Муса Шәрәфетдин улы Сиражетдиновтың тыуыуына 85 йыл  тулыуға арналған   «Илһамлы ижад» исемле китап күргәҙмәһе ойошторолдо.

Муса Шәрәфетдин улы Сиражетдинов 1939 йылдын 1 февралендә Башҡорт АССР-ының Туймазы районы Төпкилде ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Ҡандраның 2-се мәктәбендә урта белем ала һәм шунда уҡ ике йыл уҡытыусы булып эшләй. 1958 йылдан 1963 йылға тиклем Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында уҡый. БДУ-ны тамамлағас, «Ҡыҙыл таң» гәзитендә, аҙаҡ Башҡортостан китап нәшриәтендә редактор, Башҡортостан Яҙыусылар союзында әҙәби консультант вазифаһын башҡара. 1971—1973 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетында уҡыта.

Муса Шәрәфетдин улы Сиражетдинов БДУ-ла уҡыған сағында яҙыша башлай, әҫәрҙәре урындағы баҫмаларҙа баҫыла. 1966 йылда «Осрашыу» исемле беренсе шиғырҙар йыйынтығы донъя күрә. Муса Сиражи шиғырҙар, хикәйәләр, телефильмдарға сценарийҙәр яҙа. Унын әҫәрҙәре рус, украин, ҡаҙаҡ, үзбәк, латыш, немец һәм сыуаш телдәренә тәржемә ителгән. Шиғырҙарына көйҙәр яҙылған («Ай көйө», «Билдәһеҙ һалдатҡа», «Өфө — минен йырым», «Ғашиҡ күҙҙәр», «Минен һағыш — мөхәббәт», «Аҡҡоштар», «Тан ҡыҙы», «Һаубуллашыу», «Һинен һөйөүен менән мәнгелек мин», «Бәли-бәү», «Сәнгелдәк йыры»). Шағирҙар Ғ. Тукайҙын, М. Йәлилден, Ф. Каримден, ғалим Гәзи Кашшафтын тормошо һәм ижады тураһында ул яҙған мәҡәләләр билдәле. Халҡыбыҙҙың милли батыры Салауат Юлаевҡа «Бейеклектәр әйҙәүе» поэмаһын арнаған.

Китап күргәҙмәһендә «Беҙ – улдары Башҡортостандың», «Ер һәм йыр», «Осрашыу», «Ер яҙмышы», «Ағиҙелем – моңдашым», «Йырым һинең хаҡта», «Бейеклектәр әйҙәй», «Мәңгелек моңым минем» китаптары һәм шиғырҙар йыйынтығы менән танышырға мөмкин.