12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

Әҙәби кисә «Минең ғәзиз телем»

14 декабрь 2-се һанлы Аҡъяр мәктәбенең 5а класс уҡыусылары өсөн Башҡорт теле көнөнә ҡарата «Минең ғәзиз телем» исемле әҙәби кисә үтте. Мәртәбәле байрам башҡорт шағиры һәм мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөндә үткәрелә.

Кисәлә уҡыусылар Аҡмулланың тормош юлы һәм ижады менән таныштылар. Бөйөк шағир үҙенең ижадында халҡын аң-белемгә, яҡтылыҡҡа әйҙәй, уның милли шиғриәткә һәм әҙәбиәткә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Күренекле яҡташыбыҙ, Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбайҙың башҡорт теле көнө уңайынан милләттәштәренә әйтер һүҙен видеомөрәжәғәтен тыңлап, туған телебеҙҙе һаҡларға, яҡларға, үҙ телебеҙҙә матур итеп һөйләшергә һүҙ бирҙек.

Артабан уҡыусылар «Телен ҡәҙерләгән – ҡәҙерле» уйынында ҡатнашып, йомаҡ ҡойҙолар, мәҡәлдәрҙе дауам иттеләр, тиҙәйткестәр әйттеләр, аҙашҡан хәрефтәрҙе үҙ урынына ҡуйып һүҙ төҙөнөләр, башҡорт телендә «Төлкө менән торна» әкиәтен ҡарап кинәнделәр. Әҙәби кисә Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың «Туған тел» шиғырына флешмоб менән тамамланды.

Бөгөн үҙен башҡорт тип таныған һәр кеше туған телен бөтә камиллығында белеү генә түгел, ә уны һаҡлап алып ҡалыуҙы үҙенең изге бурысы итеп һанарға тейеш. Ата-бабаларҙан быуаттар буйы тапшырылып килгән хазинаһын юғалтһаҡ, улар беҙҙе ғәфү итмәҫ. Туған телебеҙҙе бөтә камиллығында өйрәнәйек, һаҡлайыҡ, үҫтерәйек.