12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

Мәртәбәле бәйгелә көс һанаштыҡ

Баймаҡ районында танылған педагог, билдәле йәмәғәт эшмәкәре, яҙыусы Азамат Әғзәм улы Тажетдиновтың тыуыуына 85 йыл тулыу айҡанлы Хәтер кисәһе уҙҙы. Ошо сара сиктәрендә «Халҡына дан йырланы» исеме аҫтында ижади конкурс иғлан ителеп, уға Хәтер кисәһендә йомғаҡ яһалды. Бәйгелә Әбйәлил, Баймаҡ, Йылайыр, Хәйбулла, Ишембай райондары, Сибай ҡалаһы, Татарстандан бик күп ижадсылар ҡатнашты. Эштәрҙе Салауат Юлаев премияһы лауреаты Гөлсәсәк Саламатова, танылған шағирә Фирүзә Абдуллина һәм билдәле яҙыусы һәм драматург Әминә Яхина баһаланы.

Йәш ижадсылар араһынан Балалар моделле китапханаһы уҡыусылары Ғәлин Дияр (поэзия), Исҡужина Зөлхизә (проза) 3-сө дәрәжәле Дипломға һәм ҡиммәтле бүләккә лайыҡ булдылар.

Шулай уҡ, мәртәбәле бәйгелә Хәйбулла районы үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге янында ойошторолған «Аҫылташ» ижади берекмәһе һәүәҫкәр яҙыусыларының да сәсмә әҫәрҙәре үҙ көсөн һанап ҡараны. Шулай итеп, Татыр-Үҙәк мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлназ Назарованың хикәйәләре конкурс һөҙөмтәләре буйынса өлкәндәр араһында «Проза» номинацияһында 3-сө урын яуланы.

Ошондай ижади бәйгеләр ҡәләм оҫталарының киләсәктә тағы ла илһамланып әҫәрҙәр ижад итеүенә ҙур этәргес көс булып тора. Күңелдәрендә әҙәбиәткә ҡарата һөйөү йөрөткән һәүәҫкәр яҙыусыларға артабан да яңы ижади үрҙәр, уңыштар теләйбеҙ!

 

Үҙәк район китапханаһының хеҙмәткәре Лира Такалова.