12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

Районыбыҙҙа Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай менән ижади осрашыуҙар үтте

Үҙәк район китапханаһында 1-се һанлы Аҡъяр урта мәктәбенең 6а класс уҡыусылары өсөн арҙаҡлы яҡташыбыҙ, Башҡортостандың халыҡ шағиры, Республикабыҙҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Ҡәҙим Әбделғәлим улы Аралбаев һәм яҙыусы-сатирик, журналист, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, «Шоңҡар» журналының яуаплы сәркәтибе Венер Айҙар улы Исхаҡов менән «Ижад тамырҙары – тыуған ерҙә» исемле ижади осрашыу ойошторолдо.

Әҙәбиәтебеҙҙең күренекле ҡәләм оҫтаһы,  башҡорт шиғриәтенең йөҙөн һәм ҡеүәтен билдәләүсе шағир Ҡәҙим Аралбай «Үҙ телемдә һиңә өндәшәм», «Тере тел» шиғырҙары аша халҡыбыҙҙың асылына, йәшәйешенә, бар булыуына хыянат итмәй туған телебеҙҙе һаҡларға, яҡларға, ҡәҙерләргә, китап менән дуҫ булырға өндәне. Юмористик хикәйәләр, әкәмәттәр  авторы, замандың кире күренештәрен нескә юмор менән оҫта күрһәтә алған, тормошсан ижады менән уҡыусыларыбыҙҙың һөйөүен яулаған яҙыусы Венер Исхаков «Шоңҡар» журналының бай йөкмәткеһе менән таныштырҙы, уҡыусыларға журнал һәм  талантлы яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ҡалдырма, әсәй!» исемле китаптарын тапшырҙы. Уҡыусылар иһә ҡәләм оҫталарына рухлы әҙәби-музыкаль бүләк яһап, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт гимнын, «Урал батыр» эпосынан өҙөк һәм «Ай, Уралым» ҡобайырын башҡарҙылар.

Шулай уҡ, күренекле яҙыусыларыбыҙ 3-сө һанлы  полилингваль күп профилле Аҡъяр урта мәктәбенең уҡыусылары менән бай йөкмәткеле әҙәби осрашыу үткәрҙе һәм мәктәп китапханаһына әҙәби китаптар бүләк иттеләр.

Артабан Әбүбәкер ауылы моделлы китапханаһында уҡытыусылар һәм уҡыусылар менән берлектә «Әҙиптәр килде ҡунаҡҡа» һәм Иләс ауылында «Иләсем – изге төйәгем» исемле мәктәп  музейына байҡау яһап,  китапханала Ҡәҙим Аралбаев ижадына арналған «Аҡ тирмәләр ҡорған ил йырсыһы» исемле ижади осрашыуҙар үтте.