12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

Башҡорт халыҡ йолаһы «Кәкүк сәйе»

31 май үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге хеҙмәткәрҙәре «Ағинәйҙәр» ойошмаһы менән берлектә 1-се һанлы Аҡъяр мәктәбенең 3а һәм 5а класс уҡыусылары өсөн «Кәкүк сәйе» байрамы үткәрҙе. Сараның маҡсаты: йәш быуынға халҡыбыҙ йолалары аша тәрбиә биреү, милли-мәҙәни үҙенсәлектәрҙе үҫтереү, башҡорт фольклоры традицияларын һаҡлау һәм тергеҙеү.

Кәкүк сәйе – борондан килгән матур йола. Был йола апрель аҙағынан июнгәсә, ер ҡарҙан әрселгәндә һәм тәүге йәшеллек менән ҡапланғанда үткәрелә. Халыҡ изге тип һаналған ҡошто ризалатыу өсөн тәбиғәт ҡосағында уйын-көлкө ойошторған, сәй табыны әҙерләгән.

Байрамды асып, «Кәкүк сәйе» йолаһы хаҡында Менәүәрә Исхаҡ ҡыҙы Бохарбаева аңлатма бирҙе һәм байрам менән ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе.  Байрамға изге ҡош Кәкүк тә килеп ҡушылды, ҡоштарҙың тәбиғәткә булған файҙаһы тураһында мәғлүмәт еткерҙе, ҡоштар тураһында йомаҡтар ҡойҙо. Сараға 2-се һанлы Аҡъяр мәктәбенең 6 класс уҡыусыһы Искәндәр Файзуллин башҡарыуында ҡурай моңо, «Ағинәйҙәр»ҙең ҡумыҙ, батмус, мандолинала башҡорт халыҡ көйҙәренә теҙмәләре йәм өҫтәне.  Артабан байрам халҡыбыҙҙың милли уйындары «Аҡ тирәк, күк тирәк», «Осто-осто», «Аҡ ҡалас», «Алырым ҡош, бирмәм ҡош» һәм төрлө ҡыҙыҡлы ярыштар менән үрелеп барҙы.

 

Лира Такалова, үҙәк район китапханаһы хеҙмәткәре.