12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

Әҙәби кисә «Эй, мәктәбем, ҡабатлайым: рәхмәт барыһы өсөн!»

20 май Быҙаулыҡ ауылы мәҙәниәт йортонда Рәсәйҙә иғлан ителгән Уҡытыусы һәм остаз йылы сиктәрендә Быҙаулыҡ мәктәбенең 90 йыллыҡ  юбилейына  арналған “Эй, мәктәбем, ҡабатлайым: рәхмәт барыһы өсөн!»  тип исемләнгән әҙәби кисә үтте.

Уҡытыусы – донъялағы иң изге, иң мәрхәмәтле, иң кәрәкле  һөнәрҙәрҙең береһе. Уның абруйы, бәҫе һәр ваҡыт юғары. Шуға күрә уҡытыусы – белем биреүсе генә түгел, ә иң тәүҙә тормошто һәм кешеләрҙе яратырға өйрәтеүсе, балаларҙың күңеленә изгелек орлоҡтары сәсеүсе тәрбиәсе лә. Тик ысын уҡытыусы ғына баланың артабан һәләтен үҫтерә, тормошта үҙ юлын табырға өйрәтә ала.

Сара барышында китапханасы мәктәптең тарихы менән таныштырҙы. Айыулы ауылында 1910 йылда төҙөлгән мәсет 1933 йылда мәктәпкә әйләндерелә, артабан мәктәп рәсми рәүештә Быҙаулыҡ ауылына күсерелә. Шул дәүерҙә эшләгән Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын, уҡытыусы ветерандарҙы һәм хәҙер беҙҙең аранан китеп барған  уҡытыусыларҙы бер минут  тынлыҡ менән иҫкә алынды.

Ауыл мәктәбе тарихының иң түрендә хөрмәтле уҡытыусылар – Рәсәй Федерацияһының мәғариф алдынғылары: Ҡояшбаева Венера Зиннәт ҡыҙы, Таулыҡаева Хәбирә Рамаҙан ҡыҙы, Харрасова Мәрзиә Мәүлетдин ҡыҙы, Хөсәинова Фәнүзә Бәдғетдин ҡыҙы һәм Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғылары: Таулыҡаева Зөбәйҙә Шәрифйән ҡыҙы, Ғәйнуллина Әлмирә Мөхәмәт ҡыҙы, Илембетова Зинира Сәйфулла ҡыҙы.

Кисәлә һәр уҡытыусы үҙҙәренең яҡты иҫтәлектәре, ҡыҙыҡлы хәтирәләре менән уртаҡлашты һәм уларҙың уҡыусылары рәхмәт һүҙҙәрен еткереп гөлләмә бүләк итте.

Осрашыу, аралашыу ваҡытында беренсе класс уҡыусылары, Быҙаулыҡ ауылы мәҙәниәт йортоноң һәүәҫкәр йырсылары  йәмле сығыштары менән кисәне биҙәне.