12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

«Изге һөнәрле ижадсы» әҙәби проекты Хәйбуллала!

Үҙәк район китапханаһында «Йәшлек» гәзитенең 100 йыллыҡ юбилейы һәм Рәсәйҙә иғлан ителгән Уҡытыусы һәм остаз йылы уңайынан ойошторолған  «Изге һөнәрле ижадсы» проект сиктәрендә әҙәби кисә үтте. Проектың маҡсаты – әҙәбиәткә битараф булмаған, күңелендә ижад осҡоно йөрөткән уҡытыусыларҙың, тәрбиәселәрҙең, өҫтәмә белем биреү педагогтарының ижадын популярлаштырыу, киң ҡатлам уҡыусыларына еткереү, осрашыуҙар ойоштороу. Сарала «Йәшлек» гәзитенең әҙәбиәт һәм мәҙәниәт бүлеге журналисы Гөлнур Нурвил ҡыҙы Ҡыуатова, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы, талантлы йәш шағирә Зарина Урал ҡыҙы  Бағышаева, районыбыҙҙың һәүәҫкәр яҙыусылары һәм китапхана хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.

Уҡытыусы – ул ижади һөнәр. Ҡәләм менән дуҫ булған, күңелендә ижадҡа һөйөү йөрөткән яҙыусы уҡытыусыларҙың күп булыуы ғәҙәти күренеш. Уларҙың ижады бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәшәҡәттәр, дәрестәр араһында, педсоветтар барышында яҙыла һәм ошо ҡағыҙҙар араһында онотола, юғала. Ә инде «Изге һөнәрле ижадсы» проекты уларҙың ижадына иғтибар биреп,  берләштереп осрашыуҙар үткәреүе, республика кимәленә күтәреүе ҡыуаныслы хәл.  «Йәшлек» гәзитенең  18 һанында районыбыҙҙа тыуып үҫкән, йәшәгән уҡытыусыларҙың һәм мәғариф ветерандарының ижады баҫылып сығыуы беҙҙең өсөн оло мәртәбә.

Сара барышында Мәмбәттән Зинира Рафиҡова, Вәсимә Солтанова, Һамар ауылынан Рәзилә Бәҙретдинова, Өфө ауылынан Роза Ғәббәсова, Рафиҡ ауылында тыуып үҫкән хәҙерге ваҡытта Мәләүез ҡалаһында йәшәгән Фәүзиә Йәнтилина, Аҡъярҙан Рәмзиә Дәүләтҡолова, Вәғиҙә Ҡужагилдина, Йәмилә Хәйбуллина, Алһыу Кәиповалар ижадтарының инеше, әҙәби һүҙгә ҡарата һөйөүҙәре тураһында төплө сығыш яһап шиғырҙарын уҡынылар, хикәйәләре менән таныштырҙылар. «Изге һөнәрле ижадсы» проектына рәхмәт һүҙҙәрен һәм фәһемле кәңәштәрен еткерҙеләр. Әлбиттә матур проект уҡытыусыларҙың әҙәбиәткә һалған хеҙмәте юғалмаһын, бушҡа булмаһын өсөн ҙур этәргес көс булып тора. Әҙәби кисәне район мәҙәниәт йорто йырсыһы Рәсимә Денисламова башҡарыуында Гөлнур Ҡыуатованың шиғырына яҙылған йыр биҙәне.

Мәңге ҡартайыу белмәҫ, үҙ йөҙөн һаҡлап килгән, республикабыҙҙың иң уҡымлы «Йәшлек» гәзите уҡытыусыларҙың бәҫен арттырып, изге эш менән яна, ошондай әҙәби осрашыуҙар, аралашыуҙар изге һөнәр кешеләренең абруйын арттырыуға ҙур өлөш индерә.

Үҙәк район китапханаһы хеҙмәткәре Лира Такалова.