12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

Әҙәби кисә «Тыуған ерем – илһам сығанағы»

20 март үҙәк район китапханаһында талантлы һәүәҫкәр яҙыусы, Таштуғай ауылы һылыуы Фәриғә Ғаззали ҡыҙы Күсәкованың «Йәшел яулыҡ» исемле китабына презентация булып үтте һәм ул Бөтә донъя шиғриәт көнөнә арналды. Фәриғә Кусякова «Әле йәшәйем әле», «Тағы килер яҙҙар», «Атайым тураһында иҫтәлектәр» исемле йыйынтыҡтар сығарыуға өлгәшкән.Уларға ингән күңелгә үтеп кереүсән шиғырҙар, фәһемле хикәйәләр, хәтирәләр, иҫтәлектәр бер уҡыусыны ла битараф ҡалдырмай.

Әҙәби кисә һәүәҫкәр яҙыусының тормош юлы һәм ижады менән үрелеп барҙы. Балаларына сикһеҙ һөйөү, иман нуры бүләк иткән өлгөлө әсәй,  Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, бер һабантуй бәйгеһендә лә бил бирмәгән, ялан батыры, хәстәрлекле атай, бер-береһе өсөн өҙөлөп торған, йәндәй күргән берҙәм, татыу туғандар, ошо ғаиләгә генә хас ғөрөф-ғәҙәттәр тураһында һөйләне, уларға арнап яҙылған шиғырҙарын уҡыны, яҡты иҫтәлектәре менән уртаҡлашты һәүәҫкәр яҙыусы. Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, бер туған ҡустыһы Хөрмәтулла Үтәшевҡа арнап яҙған «Тыуған көн» хәтирәһендә уның яҡты донъяға ауаз һалыуы, һыу буйындағы мәкегә бәпәй эҙләп боҙло һыуға төшөп китеүе, исем туйында баҫмалы аҡ еп таратыуҙары барыһы ла күҙ алдынан үтте.

Фәриғә Ғаззали ҡыҙының шиғырҙары моңло, эстәлекле, тәрән мәғәнәле шуға күрә уның шиғырҙарына тиҫтәләгән композиторҙар йырҙар ижад иткән. Район мәҙәниәт йорто йырсылары Рәсимә Денисламова һәүәҫкәр яҙыусының шиғырына үҙе көй яҙып «Күстәнәс», «Тол ҡатындар» һәм «Был тормоштоң ҡәҙерен беләйек» шиғырына Азат Искужин  көй яҙған  йырҙарын  Гөлфиә Хәләфетдинова ихлас күңелдән башҡарҙылар.

Фәриғә Күсәкованың шиғырҙары күңелдәргә май булып яғыла, зиһенде байыта, ҡатын-ҡыҙға ғына хас нескәлекте асып һала, шуға күрә әҙәбиәт һөйөүселәр уның шиғырҙарын сәхнәгә лә сығаралар. Әбүбәкер ауылынан Гөлшат Ғәфүр ҡыҙы Билалова «Мин ҡатын-ҡыҙ бит әле», «Өләсәйҙәр» исемле шиғырҙарын һөйләп ишеттерҙе. Һәүәҫкәр яҙыусылар Вәсилә Мәмбәтова, Фатима Кудабаева Фәриғә Ғаззали ҡыҙының ижадына ҡарата үҙ фекерҙәрен белдереп, изге теләктәрен еткерҙеләр. Район мәҙәниәт йортоноң халыҡ ижады буйынса методисы Миңзифа Ибраһим ҡыҙы Ишемғолова һәүәҫкәр яҙыусыны яңы китабын сығарыуы менән ҡотлап, тәбрикләү һүҙҙәрен әйтте. Шулай уҡ, Фәриғә Ғаззали ҡыҙын туғандары ла ҡотланы һәм уның хәстәрлекле, яҡты йөҙлө, туған йәнле икәнен һыҙыҡ өҫтөнә алып үттеләр

Күңел сафлығын, йөрәк тетрәнеүҙәрен, ялҡынлы йөрәк хистәрен аҡ ҡағыҙға төшөрөүсе һәләтле һәүәҫкәр яҙыусы Фәриғә Ғаззали Күсәкова ижады тормошсан, фәһемле, изгелеккә әйҙәй. Әҙәби кисәлә ҡатнашыусы һәр кем ысын мәғәнәһендә илһамлы сафлыҡҡа, илаһи моңға төрөндө, тормош мәшәҡәттәренән арынды.