12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

Әҙәби кисә «Әсәйҙәр тормош биҙәге»

Һәр беребеҙ өсөн Әсә – изгелек һәм шәфҡәтлелек, ышаныс һәм тоғролоҡ, сабырлыҡ һәм мөләйемлелек өлгөһө булып тора. Беҙ барыбыҙ ҙа әсәйҙәрҙең сикһеҙ һөйөүенең, һиҙгер күңеленең һәм хәстәрлекле ҡулдарының ҡәҙерен беләбеҙ һәм уға мәңге рәхмәтлебеҙ.

28 ноябрь иң  гүзәл  байрамдарҙың береһе – Әсәйҙәр көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан үҙәк район китапханаһының башҡорт  әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендә хеҙмәт ветерандары өсөн «Әсәйҙәр тормош биҙәге»  тип аталған әҙәби кисә  үткәрелде. Был матур байрам ғәзиз әсәйҙәребеҙҙең алдында баш эйеү, уның изгелегенә, хәстәрлекле ҡулдарына  мәҙхиә йырлау өсөн иң уңайлы сәбәп. Һәр быуын өсөн әсәй мөхәббәт һәм наҙлылыҡ өлгөһө, рухи ҡиммәттәрҙе һаҡлаусы булып тора. Әсәнең һиҙгер йөрәге, күңел  йылыһы яҙмыштың аяуһыҙ елдәренән, ҡатмарлы хәл-ваҡиғаларҙан һаҡлай. Нәҡ ул беҙҙә матур юғары кешелек сифаттарын тәрбиәләй, изге эштәргә фатихаһын бирә.

Сарала ҡатнашыусы  Алһыу Юлдашбаева, Мәрфуға  Азаматова, Менәүәрә Бухарбаева һәм Мәрйәм Акилова  бөтөн кешелек донъяһына йәм биреүсе, йылы ҡараштары  менән наҙлаусы, аҡыллы фекерҙәре менән беҙгә аҡ юл күрһәтеүсе һөйөклө әсәйҙәрен  яҡты хистәр менән  хөрмәтләп  иҫкә алдылар.

Әҙәби кисәлә йәш әсәй  Мәрйәм Сурина төрлө тәбиғи  ысул менән эшләнгән үҙенсәлекле, хуш  еҫле һабындар күргәҙмәһе менән таныштырҙы һәм уның эшләнеү серҙәре тураһында һөйләне. Һөнәрҙең артығы юҡ, тиҙәр. Элек-электән һәр милләт үҙенең ҡул эштәренә оҫта, ижад кешеләре менән ғорурланған. Үҙ-ара оҫталыҡ тәжрибәһе менән уртаҡлашыу иһә кешеләрҙе бер-береһенә яҡынайтыу, дуҫлаштырыу, татыулыҡ урынлаштырыуҙың бер алымы булып торған.

Әсәләр хаҡында бик күп әҫәрҙәр, поэмалар, йырҙар яҙылған. Уларҙың күңел йылылығын, гүзәллеген, яғымлылығын, балаларына ҡарата тоғролоғон һәм бөтмәҫ мөхәббәтен әйтеп бирә белеүсе әҫәр бик күп. Китапхана хеҙмәткәрҙәре тарафынан ойошторолған «Әсәйҙәр – донъя йәме» исемле китап күргәҙмәһендә Таңсулпан Ғарипованың «Бөйрәкәй», Мәрйәм Бураҡаеваның «Арғымаҡ», Лира Яҡшыбаеваның «Бөтәбеҙгә бер Ер шары», Хәйҙәр Тапаҡовтың «Әсәйемдең аҡ күлдәге», Гөлнур Яҡупованың  «Ҡатындар» китаптары һәм башҡа яҙыусыларҙың кешелек донъяһына йәм биреүсе әсәйҙәр тураһындағы әҫәрҙәре урын алды.

Китапханасы Лира Такалова прозаик, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин, Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге дәүләт премиялары лауреаты Хәйҙәр Тапаҡовтың «Әсәйемдең аҡ күлдәге» исемле повесына төплө байҡау яһағандан һуң, һәр кем әҫәрҙең геройҙарына ҡарата үҙ ҡарашын белдерҙе, фекерҙәре менән уртаҡлашты.

Изгелек орлоҡтарын сәсеп йәшәһәң генә был тормоштоң матурлығын күрергә мөмкин, ошо сифаттарға эйә булған  оло йөрәкле  әсәйҙәребеҙ, киләсәктә  беҙгә үрнәк булып, именлектә  йәшәргә насип булһын тигән изге теләктәр менән тамамланды әҙәби кисә.