12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

Лайыҡлы баһа

18 октябрь район мәҙәниәт йортонда «Соцветие дружбы – Дуҫлыҡ гөлләмәһе – 2022» Республика фестивале сиктәрендә Хәйбулла районы үҙешмәкәр художестволы халыҡ коллективтарының «Тыуған яғым ынйылары» исемле ҙур концерты уҙҙы.  Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылына арнап, ҙур концерт программаһы ысын мәғәнәһендә дуҫлыҡ гөлләмәһенә әйләнде.

Фестивалдә үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы янында ойошторолған «Юшан» инструменталь ансамбленең «Халыҡ» исеменә лайыҡ булыуы беҙҙең өсөн оло ҡыуаныс. Ансамблдең етәксеһе үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге мөдире Рәмилә Зәкир ҡыҙы Файзуллина. Уңыштың нигеҙе, әлбиттә етәксенең тырыш, талапсан, алдына алған маҡсатына ирешеүенән киләлер ул һәм был оло хөрмәткә һәм маҡтауға лайыҡ. Был йыл әйләнәһенә эшләнгән тырыш хеҙмәттең юғары һөҙөмтәһе. «Башҡорт халҡының мәҙәни мираҫы» проекты сиктәрендә тегелгән яңы костюмдар ҙа хеҙмәт ветерандарының сығышына яңы һулыш өҫтәне.

«Юшан» халыҡ инструменталь ансамбленең эшмәкәрлеге башҡорт халыҡ көйҙәрен, музыка ҡоралдарын, сәнғәтен һәм мәҙәниәтен һаҡлауға, пропагандалауға, киләсәк быуынға тапшырыуға йүнәлтелгән.  Күп милләтле Башҡортостан ерендә халыҡ ижадын күтәреү, үҫтереү, бай мираҫын халҡыбыҙға еткереү ансамблдең төп маҡсаты булып тора.

Артабан да «Юшан» халыҡ инструменталь ансамбленә, етәксеһе Рәмилә Зәкир ҡыҙы Файзуллинаға  ижади уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, күңел көрлөгө, бөтмәҫ йәшәү ҡеүәте теләйбеҙ. Алда һеҙҙе тик яңы үрҙәр көтһөн!

 

Л.Х. Такалова, үҙәк район китапханаһы хеҙмәткәре.