12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

Ижадында йәйғор нурҙары

Үҙәк район китапханаһында «Ағинәйҙәр» һәм «Сикһеҙ китапхана» берекмәһе һәм әүҙем китап уҡыусылар өсөн башҡорт әҙәбиәтенең көслө рухлы, күренекле шәхестәренең береһе Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы Ғарипованың тормош юлына һәм ижадына арналған «Ижадында йәйғор нурҙары» исемле әҙәби сара ойошторолдо.

Күренекле прозаик, драматург һәм публицист, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, республиканың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы Ғарипованың илһөйәрлек, ихлас, йомарт күңел менән яҙылған әҫәрҙәре барыбыҙҙың да күңеленә яҡын. Бигерәк тә ул бер уҡыусыны ла битараф ҡалдырмаған «Бөйрәкәй» роман-эпопеяһы аша ныҡлы таныш.

Әҙәби сарала һәр кем Таңсулпан Ғарипованың ижадына ҡарата үҙ ҡарашын, фекерен еткерҙе. Йөкмәткеле һәм ҡыҙыу аралашыу, тос һәм фәһемле сығыштар яҙыусының ижадына ҡарата битараф булмауҙарын аңлатты. Ысынлап та  башҡорт әҙәбиәтенең данын күтәргән, халҡы өсөн янып йәшәгән, уның тарихын ҙурлаған мәшһүр яҙыусы, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы Ғарипова әҫәрҙәрендә заман темаһын, дәүер мәсьәләләрен оҫта күтәрә. Шуға күрә лә улар һәр заман кешеләре өсөн уҡымлы, үтемле һәм иғтибар үҙәгендә. Ошондай быуындар бәйләнешен, телебеҙ бөйөклөгөн, рух ныҡлығын күтәргән әҫәрҙәр күп булһа, башҡорт әҙәбиәте бер ҡасан да үҙ бәҫен, тәмен юғалтмаясаҡ.