12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

Ҡәҙерле әҙәбиәт һөйөүселәр!

Ҡәҙерле әҙәбиәт һөйөүселәр! Һеҙҙең иғтибарға Башҡортостан Республикаһының Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә баҫылып сыҡҡан һәм район ауыл китапханаларының кәштәләрендә урын алған яңы китаптарҙы тәҡдим итәбеҙ.

Балалар өсөн яҙылған Зөһрә Фәйзуллинаның “Мөғжизәгә ышаныс”, Лилиә Мирзаның “Ҡояш ғәскәре” исемле мауыҡтырғыс хикәйәләре, өлкәндәр өсөн Ғәлимйән Ғилмановтың “Табылдыҡ хаттар”, Рәйлә Сабитованың “Һауалағы торна артынан”, Рәсүл Байгилдиндың “Һай, түрәкәйгенәһе”, Шәүлиә Зөлҡәрнәеваның “Көҙгө күстәнәс” повестары һәм хикәйәләре, шиғриәт яратыусыларға Дамир Шәрәфетдиновтың “Инйәр улы”, Риф Тойғондың “Йөрәктә мөхәббәт” исемле сағыу һәм бай йөкмәткеле китаптары әҙәбиәт һөйөүселәрҙең күңеленә хуш килер.

Ял минуттарын файҙалы үткәрергә теләһәгеҙ, китапханаға рәхим итегеҙ!

Һеҙҙең иғтибарға шуларҙың бер нисәүһе:

Фәйзуллина, З.Х. Мөғжизәгә ышаныс : хикәйәләр, пьесалар / Зөһрә Фәйзуллина. – Өфө : Китап, 2021. – 158 б., рәс. – 1500 экз. – ISBN 978-5-295-07640-4. – Текст : непосредственный.

Йыйынтыҡҡа яҙыусының балалар, үҫмерҙәр өсөн һүңғы йылдарҙа яҙған хикәйәләре, пьесалары тупланды.

Мирза, Л. Ҡояш ғәскәре : әкиәттәр ; Солнечное войско : сказки / Лилиә Мирза. – Өфө : Китап, 2021. – 112 б., һүр. –1500+800 экз. – ISBN 978-5-295-07639-8. – Текст : непосредственный.

“Ҡояш ғәскәре” йыйынтығына тупланған әкиәттәр балаларҙы әйләнә-тирәләге йәшерелгән мөғжизәләргә иғтибарлы булырға, дуҫлыҡ, тоғролоҡ, изгелекте ҡәҙерләргә, тәбиғәтте яратырға, һаҡларға өйрәтә.

Сабитова, Р.Х. Һауалағы торна артынан : повестар, хикәйәләр / Рәйлә Сабитова. – Өфө : Китап, 2021. – 240 б., рәс. – 1000 экз. – ISBN 978-5-295-07676-3. – Текст : непосредственный.

Рәйлә Сабитованың йыйынтыҡҡа ингән әҫәрҙәрендә хәҙерге заман һулышы, халыҡтың аҡылы, уйланыуҙары тығыҙ рәүештә үрелеп бара.

Ғилманов, Ғ.Х. Табылдыҡ хаттар : повестар, бәйәндәр / Ғәлимйән Ғилманов. – Өфө : Китап, 2021. – 360 б., рәс. – 1500 экз. – ISBN 978-5-295-07673-2. – Текст : непосредственный.

Ғәлимйән Ғилмановтың үҙенсәлекле геройҙары хыял менән ысынбарлыҡ сигендә йәшәй, шул уҡ ваҡытта улар ауыр, тетрәндергес яҙмышҡа дусар булһалар ҙа, үҙ идеалдарына, рухи ҡибларына тоғро ҡалалар.

Байгилдин, Р.Ғ. Һай, түрәкәйгенәһе : повесть / Рәсүл Байгилдин ; Ҡайтыу : повесть, хикәйәләр / Раят Вәлиев. – Өфө : Китап, 2021. – 400 б., рәс. – 1000 экз. – ISBN 978-5-295-07672-5. – Текст : непосредственный.

Рәсүл Байгилдиндың әҫәрҙәре күп яҡлы, киҫкен сюжетлы булыуы менән иғтибарҙы йәлеп итә. Яҙыусы тәрән фәлсәфәүи темалар күтәрә. Раят Вәлиевтың әҫәрҙәре байтаҡ ҡына дәүерҙе, уҙған быуаттың уртаһынан бөгөнгө көндәргә хәтлемге ваҡытты, үҙ эсенә ала.

Зөлҡәрнәева, Ш.Н. Көҙгө күстәнәс = Осенний небосвод : хикәйәләр, повесть / Шәүлиә Зөлҡәрнәева. – Өфө : Китап, 2021. – 272 б., һүр. – 1500 экз. – ISBN 978-5-295-07641-1. – Текст : непосредственный.

Йыйынтылыҡта авторҙың башҡорт һәм рус телдәрендәге хикәйәләре һәм повесы урын алды.