12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

«Халыҡ ижады-бөтмәҫ хазина!»

Үҙәк район китапханаһында, халҡыбыҙҙың быуаттар буйына йәшәп килгән һәм хәҙер ҙә үҙенең тәрбиәүи әһәмиәтен юғалтмаған башҡорт фольклорының тәрән мәғәнәһенә асыҡлыҡ  индереп «Халыҡ ижады-бөтмәҫ хазина!» исемле сара үткәрелде.

Ата-бабаларыбыҙ мираҫ итеп ҡалдырған халҡыбыҙ фольклоры, ижады бик бай. Ул быуаттар һуҙымында барлыҡҡа килеп, быуындан быуынға тапшырылған халҡыбыҙҙың аҡыл хазинаһы. Халыҡ ижады әҫәрҙәре кешелектең әхлаҡ-әҙәп йөҙөн барлыҡҡа килтереүсе һәм нығытыусы, уның тарихи хәтере, күңел байлығы булып тора.

Ата-бабалар аҡылы, ағинәйҙәрҙең фәһемле кәңәштәре, арҙаҡлы шәхестәрҙең изге уйҙары, ынтылыштары һәр саҡ маяҡ булып яҡтырта, киләсәккә әйҙәй.

Күркәм сараға  халыҡ ижадын хөрмәт иткән, уны өйрәнеүгә үҙ өлөшөн индергән,сәхнә мәҙәниәте менән бәйләй алған һәм районда үткәрелгән  төрлө сараларҙың биҙәге булған   «Юшан » халыҡ инструменттары  һәм Гөлфиә Хәләфитдинова етәкселегендәге район мәҙәниәт йортоноң «Ҡайтауаз» гармунсылар  ансамблдәре   саҡырылды. Коллективтарҙың төп маҡсаты –  халҡыбыҙҙың көй-моңдарын  бөртөкләп йыйып алынған тарихи ҡомартҡыны һаҡлап алып ҡалыу һәм  киләсәк быуынға мираҫ  итеп ҡалдырыу.

Сара барышында ансамблдәрҙең  әүҙем ағзалары халыҡ йолалары буйынса киләсәк быуынды  тәрбиәләүҙе  һыҙыҡ өҫтөнә алып үҙ фекере менән уртаҡлашты.

Халыҡ ижады әҫәрҙәре кешелектең әхлаҡ-әҙәп йөҙөн барлыҡҡа килтереүсе һәм нығытыусы, уның тарихи хәтере, күңел байлығы булып тороуын үҙенең төплө фекере менән Менәүәрә Бохарбаева уртаҡлашып үтте.

Мәрфуға Азаматова   халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадының тәрән мәғәнәгә эйә булыуына  аңлатма индереп, бәйет, мөнәжәттәрҙе көйләп, көндәлек тормошта ҡулланған бер нисә мәҡәл һәм әйтемдәр әйтеп  үтте.

Йыр – фольклорҙың киң таралған төрҙәренең береһе. Шуға ла улар халык йөрәгенең иң түрендә тыуып, һаҡланып, беҙҙең көндәргә килеп еткән. Милә Бураншина халыҡ йырын нәҫеленән килеүен иҫкә алып, башҡорт халыҡ йыры  «Сибай» йырын  башҡарҙы.

Һәр замандың үҙ ваҡыты, боронғо бейеү һәм уйын йырҙары,  таҡмаҡтар төрлө ял итеү һәм күңел асыу кисәләрен оҙата барған, халыҡты берләштергән. Дәртле, халыҡсан, үҙенсәлекле ҡайтауаздар халҡыбыҙ мираҫын тергеҙеүҙе үҙ иңдәренә алғандар.

Сара «Ҡайтауаз» гармунсыларының халыҡ көйҙәрен башҡарыуында «Өс мөйөш», «Тыпырҙаҡ» уйын- бейеүҙәрен бейеп, халыҡ моңона уралып оҙаҡҡа етерлек йылылыҡ менән үтте .