12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

«Сикһеҙ ижад балҡышы»

Хәйбулла районы биләмәләре араһында «Сикһеҙ ижад балҡышы»  исеме аҫтында республика фестиваль–конкурсы фольклор сәнғәте үткәреләсәк.

Фестиваль-конкурстың фольклор сәнғәтенең  маҡсаты – һәүәҫкәр йырсы, вокал, инструменталь ансамблдәрҙе популярлаштырыу, яңы таланттар асыу, уларҙың һәләтен үҫтерергә ярҙам итеү, байрам-йолаларҙы, ғаилә-көнкүреш, һөнәр һәм кәсепселекте тергеҙеү, һаҡлау һәм оло быуындың йәмәғәт һәм мәҙәни әүҙемлеген үҫтереү тора. Шулай уҡ, ижади коллективтар араһында ныҡлы бәйләнеш булдырыу, милли мәҙәниәткә, фольклор традицияларына, халыҡ ижадына һөйөү тәрбиәләү, быуындар бәйләнешен нығытыуҙы үҙ өҫтөнә ала.

Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге янында ойошторолған «Юшан» халыҡ инструменталь ансамбле йыл да был сарала әүҙем ҡатнаша.

Быйылғы йыл «Юшан» халыҡ  инструменталь ансамбле өсөн бигерәк тә ҡыуаныслы булды, райондың ветерандар ойошмаһы менән берлектә «Башҡорт халҡының – мәҙәни мираҫы» проекты Президент грантына лайыҡ булды. Проект сиктәрендә  сәхнә костюмдары, итектәр тектерелде, музыка ҡоралдарынан ҡурай, мандолина, ҡумбыҙ, ҡыл ҡумбыҙ, гармун  һатып алынды.

Фестивалгә әҙерлек күптән башланды, репетициялар үткәрелә. Ансамбль репертуарында «Тальян гармун», «Утарбай», «Әүһәләй», «Хәйбулла» башҡорт халыҡ көйҙәренән теҙмә башҡарыла.

Ансамблдең маҡсаты: халҡыбыҙҙың милли инструменттары, көйҙәре,  моңдары аша йәш быуында халыҡ ижадына һөйөү тәрбиәләү, быуындар бәйләнешен тергеҙеү. Коллектив  халыҡ моңона, сәнғәтенә, мәҙәниәтенә, быуындан-быуынға күскән мәҙәни мираҫына лайыҡлы үҫәр быуын тәрбиәләй, хеҙмәт ветерандарыбыҙ халҡыбыҙҙа рух, дәрт, илһам ҡанаты үҫтерә.