12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

Ҡобайырҙа халҡым тарихы

Йылайыр районы Юлдыбай ауылы моделле китапханаһында Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылына арналған «Ҡобайырҙа халҡым тарихы»  исемле ҡобайырсылар  бәйгеһе үтте. Бәйге «Һаҡмар һандуғасы» Йылайыр шағирә-сәсәниәһе  Фәүзиә Юлдашбаеваның тыуыуына 75 йыл тулыуға арналды.

Бәйгелә һәләтле яҡташыбыҙ, һәүәҫкәр яҙыусы, «Атай бүләге» китабы авторы Фәрҙиә Мөғлитдин ҡыҙы Юнысова ҡатнашып, беренсе урын яуланы!

Фәрҙиә Юнысова Һаҡмар-Наҙарғол ауылының арҙаҡлы шәхесе, йырсы, сәсән, йыраусы, һуғыш һәм хеҙмәт ветераны Мөхәмәтйән Ҡаҙаҡбаевҡа арнап үҙе ижад иткән ҡобайыр менән сығыш яһаны.

Хөрмәтле Фәрҙиә Мөғлитдин ҡыҙына артабан да яңынан-яңы ижади үрҙәр, уңыштар,  ныҡлы сәләмәтлек һәм күңел көрлөгө теләйбеҙ!