12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

Китапхана тәҡдим итә. Яңы китап күргәҙмәләре

2022 йыл – Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылы, Башҡортостанда Һөнәри белемде яңыртыу, лайыҡлы хеҙмәт шарттары һәм хеҙмәт династиялары йылы тип иғлан ителде.

Ошо уңайҙан үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендә «Халыҡ сәнғәте ынйылары» һәм «Хеҙмәт, хөрмәт, тоғролоҡ» исемле китап күргәҙмәләре ойошторолдо.

«Халыҡ сәнғәте ынйылары» китап күргәҙмәһе аша әҙәбиәт һөйөүселәребеҙ илебеҙ халыҡтарының йолалары, милли традициялары, фольклоры, ижады, боронғо кәсептәре, сәнғәте менән таныша ала. Ата-бабаларыбыҙҙың аманаты булып быуындан быуынға тапшырылып килгән халыҡ телен, рухын, аңын һәм традицияларын һаҡлау, үҫтереү һәм тергеҙеү, шулар нигеҙендә быуындар күсәгилешен тәьмин итеү, милләтебеҙҙе ҡайғыртыу ул.

«Хеҙмәт, хөрмәт, тоғролоҡ» исемле китап күргәҙмәһендә йыл дауамында китаптар өҫтәлеп, алмаштырылып барасаҡ, сөнки үҙ һөнәре һәм хеҙмәте менән дан ҡаҙанған, өлгөлө шәхестәребеҙҙең күплеге менән лайыҡлы рәүештә ғорурлана алабыҙ. Үҙ белеменә тоғро ҡалып, һөнәрен бар күңеле менән яратып башҡарған, хөрмәт ҡаҙанған дан кешеләребеҙ милләтебеҙҙең, дәүләтебеҙҙең ныҡлы нигеҙе, ышаныслы терәге. Улар йәш быуында илһөйәрлек тәрбиәләй, ватансылыҡ тойғоларын нығыта.