12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

Балалар китабы исем туйланы

Аҡъяр ауылында балалар модулле китапханаһында яҡташыбыҙ, оҙаҡ йылдар башланғыс класс уҡытыусыһы булып эшләгән, хәҙер инде хаҡлы ялдағы педагог  Вәғиҙә Рауил ҡыҙы Ҡужагилдинаның “Һамаҡтар” китабының исем туйы үтте.

Был матур сараға Аҡъяр ауылының 1-се һанлы мәктәбенең 4 класс уҡыусылары (класс етәксеһе Гөлдәр Ҡужина) саҡырылды.

Хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, Вәғиҙә Рауил ҡыҙы ижади эҙләнеүҙәр өҫтөндә. Ул мәктәптә, балалар баҡсаһында эшләгән йылдарында уҡ Әлифба дәреслегенә, “Һамаҡ-әүерәткестәр менән уйындар” исемле методик ҡулланмалар баҫтыра, “Ҡанифа юлы” хаҡында тарихи мәҡәләләре “Башҡортостан”, “Йәшлек” гәзиттәрендә донъя күрә, башҡортса йәнһүрәттәр төшөрә.

Бөгөнгө сарала ул үҙе менән таныштырып, шөғөлө тураһында һөйләне.

“Рус телендә балалар өсөн кескәй генә шиғырҙар, һамаҡтар, һәр төрлө физкультминуткалар, телмәр үҫтереүле уйындар күп, ә бына башҡортсаһы юҡ кимәлдә, шуға ла мин шундай һамаҡтар китабын үҙем эшләп ҡарарға булдым. Һамаҡтар – балаларҙа аҡыл тәрбиәләүҙең бер сараһы, киләсәк быуында халыҡты халыҡ иткән тел байлығы”-  ти Вәғиҙә Рауил ҡыҙы.

Уҡыусылар осрашыуҙа яңы сыҡҡан китап менән яҡындан танышты, үҙҙәренә оҡшағандарын уҡып та ишеттерҙеләр. Артабан Вәғиҙә Рауил ҡыҙы уҡыусыларға оҫталыҡ дәресе үткәрҙе: editor pilr онлайн фоторедакторы аша һүрәттәрҙе ялғап ҡуян тураһында шиғырға иллюстрация эшләп күрһәтте, китапты биҙәү серҙәренә өйрәтте.

Осрашыу балалар өсөн бик фәһемле булды.