12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

Әңгәмә «Конституция –илдең төп законы»

Һәр дәүләттең бөтөнлөгөн һаҡлап торған төп документы була. Рәсәй ҡанаты аҫтына һыйынған Башҡортостан Республикаһы ла был йәһәттән бәхетле, сөнки уның үҙаллылығын күрһәткән Конституцияһы бар. Бынан 27 йыл элек, йәғни 1993 йылдың 24 декабрендә, Башҡортостандың Төп законы ҡабул ителә. Илебеҙ ауыр ваҡыттар кисергән осорҙа беҙҙең республика үҙенең төп документын ҡабул итеп, илдәге федерализмды яҡлауға тәүгеләрҙән булып үҙ өлөшөн индереүе менән дә ҡәҙерле был көн. Был иҫтәлекле дата уңайынан баланың мәктәптәге хоҡуҡтары тураһында беҙҙең китапханала «Конституция – илдең төп законы» һәм «Был – һинең хоҡуғың» әңгәмә үткәрелде. Ойошторған әңгәмәне уҡыусылар яратып ҡабул итте.