12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

Әҙәби сәғәт «Әйләнһәмсе һайрар ҡошҡа»

Үҙәк район балалар моделле китапханаһында 1-се һанлы Аҡъяр урта  мәктәбенең 4А синыф уҡыусылары (етәксеһе Ҡужина Г. Р.) өсөн башҡорт шағирәһе, балалар яҙыусыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Кәтибә Кинйәбулатованың тыуыуына 100 йыл тулыу  айҡанлы «Әйләнһәмсе һайрар ҡошҡа» исемле әҙәби сәғәт үткәрелде.

Кәтибә Кинйәбулатова 25-тән ашыу китап сығарған. «Тереләргә әйтер һүҙ» повесында ул һуғышта һәләк булған башҡорт ҡыҙы Маһипәрүәз Сакаеваның ҡаһарман образын тыуҙырҙы. Балалар өсөн яҙылған «Атай тауышы», «Партизан ейәнсәре» повестары ла һуғыш йылдары ваҡиғаларына арнала.

Уҡыусылар Кәтибә Кинйәбулатованың тормошо, ижады менән танышып, презентация ҡарап үттелар, викторина һорауҙарына яуап бирҙеләр. Сара барышында «Әйләнһәмсе һайрар ҡошҡа», «Мне бы превратиться в соловья» исемле китаптар күргәҙмәһенә байҡау яһалды.