12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

Туғантелемә100аҙым#100шаговкродномуслову

#Туғантелемә100аҙым#100шаговкродномуслову

Үҙәк район китапханаһы «Туған телемә – 100 аҙым» акцияһы исемлегенә ингән Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Рауил Бикбаевтың ижады һәм тормош юлына арналған «Ҡабатланмаҫ балҡыш ҡөҙрәте» исемле китап күргәҙмәһе ойошторҙо.

Рауил Төхфәт улы Бикбаев Ырымбур өлкәһе Үрге Ҡунаҡбай ауылында тыуған. Аҡбулаҡ педагогия училищеһында, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты аспирантураһында уҡый.

Тәүге шиғырҙары 1957 йылдан республика гәзиттәрендә баҫыла башлай. 1962 йылда «Ағиҙел» журналында сыҡҡан «Вокзал» поэмаһы ижади мөхиттә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра һәм йәш шағирҙы оло ижадҡа этәрә. «Дала офоҡтары» исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1964 йылда донъя күрә.

Рауил Бикбаевтың ижадында туған тел, мәҙәниәт, халыҡтың тарихы яҙмышы темалары мөһим урын биләй. Уның шиғриәте күп ҡырлы, төрлө йүнәлешле, тәрән мәғәнәле. Шиғриәтебеҙ аҡһаҡалы халҡыбыҙҙың киләсәге өсөн борсолоуын, заман ағышы хаҡындағы уйланыуҙарын поэзияһында асып һала. «Ҡош юлы», «Автобиография», «Яҙмышым» һәм башҡа китаптары башҡор шиғриәте үҫешенә тос өлөш индерҙе. Замандың иң киҫкен хәлдәре хаҡында яҙылған «Һыуһаным, һыуҙар бирегеҙ!», «Халҡыма хат», «Система», «Хазина», «Карауанһарай» поэмалары киң билдәлелек алды.

Күренекле әҙәбиәт ғалимы Рауил Бикбаев Рəми Ғарипов əҫəрҙəрен ентекле өйрəнеүгə һəм халыҡҡа еткереүгə күп көс һалды. Мостай Кəрим, Баязит Бикбай, Рəшит Ниғмəти, Шәйехзада Бабич һəм башҡа бик күп шағирҙарҙың ижади портреттарын яҙҙы, башҡорт əҙəбиəтенең алты томлыҡ тарихын баҫтырып сығарыуға ҙур өлөшөн индерҙе.

Рауил Төхфәт улы Бикбаевтың ялҡынлы ижады әҙәбиәтебеҙ күгендә, халҡыбыҙҙың күңелендә мәңге һүнмәҫ йондоҙ булып балҡыр, рухи бейеклектәргә әйҙәр.

Башҡорт балаһы мин,

Ер хәтерендә

Мең йыл уйылып барған эҙем бар.

Быуындарға ялғап быуындарҙы,

Илде тотҡан телем, һүҙем бар!!!