12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

Китап күргәҙмәһе «Мәңге йәш, мәңге тере шағир»

Үҙәк район китапханаһында башҡорт совет әҙәбиәте классигы,   Башҡортостандың  тәүге халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың тыуыуына 140 йыл тулыу айҡанлы «Мәңге йәш, мәңге тере шағир» исемле китап күргәҙмәһе ойошторолдо.

Мәжит Ғафуриҙың исеме һәм ижады милли әҙәбиәтебеҙ тарихында юғары урынды алып тора. Ул халыҡ тормошон, йәшәү рәүешен өйрәнеп уны проза, поэтик әҫәрҙәрендә яҡтырта.

Әҙип XX быуаттың баштарында ижад эше менән ныҡлы  шөғөлләнә башлай. Был осорҙа ижад ителгән «Себер тимер юлы», «Башҡа мәмләкәттәрҙә мосолмандарҙың хәле», «Ғилем», «Йәш ғүмер» кеүек гуманизм менән һуғарылған, аң-белемгә саҡырған, өгөт-нәсихәтле шиғырҙары халыҡ күңеленә бик яҡын була. Яҙыусының «Фәҡирлек менән үткән тереклек», «Аслыҡ йыл йәки һатлыҡ ҡыҙ», «Ярлылар, йәки өйҙәш ҡатын», «Һалдат ҡатыны Хәмиҙә» кеүек хикәйәләре, айырыуса «Ҡара йөҙҙәр», «Шағирҙың алтын приискыһында», «Тормош баҫҡыстары» повестары башҡорт прозаһын үҫтереүҙә ҙур роль уйнай. Әҫәрҙәре үткән быуатта ижад ителһәләр ҙә, бөгөнгө көндә лә әһәмиәтен, тәрбиәүи көсөн һис кенә лә юғалтмаған.

Һөйөклө халыҡ шағиры бөгөн дә халҡына хеҙмәт итә, үлемһеҙ ижады менән барыбыҙҙың күңелендә йәшәй, әҫәрҙәре заманса яңғырай, яңы быуын кешеләрен тәрбиәләй, рух ныҡлығына әйҙәй.