12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

#Туғантелемә100аҙым#100шаговкродномуслову

Хәйбулла үҙәкләштерелгән китапханалар системаһының Үҙәк район китапханаһы «Туған телемә – 100 аҙым» акцияһы исемлегенә ингән Спартак Ильясовтың «Биғылый» романын уҡырға тәҡдим итә.

Спартак Ильясов башҡорт әҙәбиәте донъяһына ХХ быуаттың 60-сы йылдарында тәүге аҙымдарын яһай. Ошо йылдарҙа яҙылған«Сәлим бабай»,  «Ышан, атай», «Һунарсы йөрәк», «Юғалған йондоҙ»тигән хикәйәләре аша ул әҙәбиәт һөйөуселәргә яҡшы таныш. Һуңғы осорҙа яҙыусының ижад ҡомары яңынан тоҡанып, халыҡыбыҙҙың аяулы үткәнен, оло тарихын яҡтыртҡан «Барын-Табын хәтере», «Яраһаҙ яралары», «Ҡолой кантон», «Йөрөк ҡола» повестарын  һәм «Биғылый» романын яҙа.

Спартак Ильясов «Биғылый» романында булған хәлде бәйән итә. Автор Биктимерҙең (романдың төп геройы) яҙмышы хаҡында урмансыларҙан ишетә. Тау-таш  араһында йәшәгән кешенең үҙе менән барып таныша, тарихын тыңлай.Бөйөк Ватан һуғышында әсирлеккә эләгеп, һуңынан немецтарҙың штрафбатына ебәрелеп, унан ҡасып та йәмғиәткә кире ҡайта алмаған Биктимерҙең фажиғәле яҙмышын тыныс күңел менән уҡыу мөмкин түгел. Ғағауз ҡыҙы Гөлзадаға булған саф һәм аяныслы мөхәббәте, тотҡонлоҡта күргән михнәттәре, һуғыштан һуңғы ваҡиғалар сылбыры…

Хөрмәтле уҡыусылар, Спартак Ильясовтың ғәҙеллек, тоғролок менән һуғарылған «Биғылый» китабын уҡырға теләһәгеҙ үҙәк район китапханаһына рәхим итегеҙ!