12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

Китап күргәҙмәһе «Яҡты хистәр донъяһы»

Хайбуллинская ЦБС

        Китап күргәҙмәһе «Яҡты хистәр донъяһы»

Тыуған ер һәр кем өсөн дә яҡын һәм ҡәҙерле, шағирҙар тыуған ерҙәренә бағышлап шиғырҙар ижад итә, ә йырсылар көйгә һалып йырлай. Яҡташыбыҙ Әбделкадир Әхмәткирәй улы Әлибаев тыуған еренә арналған шиғырҙарында,  яғымлы, яҡты, нурлы һүҙҙәр менән иркәләй ул ғәзиз ерен! Шағир тыуған яғыбыҙ тәбиғәтенә һоҡланыуын, һағыныуын, һөйөүен, сайпылып түгелгән хис-тойғоларын шиғыр юлдарына һалған.

Тыуған яғым – эй Хәйбуллам

Тыуған яғым – эй Хәйбуллам,

Ни бар һуң ғәзиз ерҙәй?!

Елдәр иҫһә аҡ ҡылғандар,

Ат ялылай елберҙәй!

Елбер – елбер елдәр иҫкән,

Эй Хәйбуллам – аҡ дала.

Бишектәге сабый  кеүек,

Туҡ башаҡтар сайҡала.

Йырсы ҡоштар йырҙар һуҙа,

Яңғыратып ҡырҙарҙы.

Эй Хәйбулла, һинән алдым,

Мин илһамлы йырҙарҙы.

Күңелемә шатлыҡ тула,

Әй Хәйбулла, Хәйбулла!…

Иген  уңһа, имән өҫтәл

Һығылырлыҡ һый була!

Ҡыр өҫтөнән уҙһа ямғыр,

Тамсылар йырлап тамыр.

Бында минең тыуған йортом,

Бында бит минең тамыр!

 

 

  Үҙәк район китапханаһының башҡорт –әҙәбиәте һәм тыуған –яҡты өйрәнеү бүлеге хеҙмәткәрҙәре, шағир Әбделкадир Әхмәткирәй улы Әлибаевтың 80- йыллыҡ юбилейына ҡарата  «Яҡты хистәр донъяһы» исемле китап күргәҙмәһе һәм видео- яҙма әҙерләне.

Әбделкадир Әхмәткирәй улы Әлибаев 1940 йылдың 17 июнендә   Әбубәкер ауылында тыуып үҫә һәм  күңелле бала сағы шунда үтә. 1958 йылда Акъяр урта мәктәбен тамамлағас, Сәғит, Урнәк башланғыс мәктәптәрендә укытыусы булып эшләй, 1963— 1968 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетенең филология факультетында уҡый. Шул йылдарҙа университеттың  «Шоңҡар» әҙәби түңәрәгенең актив ағзаһы була. Төрлө райондарҙа уҡытыусы булып эшләй. Ҡадир Әлибаевтың тәүге китаптары балалар өсөн «Аҡ шишмә» 1982 йылда донья күрә. Артабан уның «Йырлы ямғыр», «Әсәйем ҡулдары», «Самауыр йыры», «Атайым тупһаһы», «Күңелле иртә» исемле китаптары  сыға. Ҡәдир Әлибаев башҡорт әҙәбиәтендә күберәк балалар яҙыусыһы булараҡ  киң билдәле. Шулай уҡ  өлкәндәр өсөн  яҙылған бер нисә шиғыр китап авторы ла.  Үҙенсәлекле шағирҙың әҫәрҙәренә бик күп йырҙар яҙылған һәм улар бөгөн дә сәхнәләрҙә яңғырай.

Ҡадир  Әлибаев  шиғырҙарын тыуған  еренә, тәбиғәтенә  һәм халҡына     бағышлай. Уның ижады тормошсан, халыҡсан, ябай, телгә  бай, образдарының  ҡабатланмаҫ  булыуы менән айырылып тора. Тыуған-үҫкән дала яҡтарын хатта шиғыр шишмәһенә тиңләй ул.