12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

Яңы йылда яңы уңыштар

Яңы йыл һәр кемдең көтөп алған иң иҫтәлекле, уйын-көлкө, күңелле ваҡиғаларға бай байрамы. Һәр кемебеҙ ниндәйҙер мөғжизәләр көтөп, оло бер тулҡынланыу менән көтөп ала был мөҡәддәс мәлде.

Үҙәк район китапханаһы хеҙмәткәрҙәре «Ағинәйҙәр» берекмәһе, «Юшан» халыҡ инструменталь ансамбле коллективы өсөн «Яңы йылда яңы уңыштар» исемле шыршы байрамы ойошторҙо.  Бөгөнгө йәш быуынды ватансылыҡ рухында тәрбиәләүҙә, төрлө кисәләр  үткәргәндә  хеҙмәт ветерандарының өлөшө бик ҙур. Аҡыл, тәжрибә туплаған оло быуын вәкилдәре булараҡ, йәштәргә өлгө булып, уларға онотолған йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, халыҡ йырҙарын тергеҙеүҙә булышлыҡ итәләр. Һәр яҡтан да әүҙем булып, хаҡлы ялда булыуҙарына ҡарамаҫтан йәмәғәт эштәрендә ҡатнашҡандары өсөн район мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Лариса Рәшит ҡыҙы Мәмбәтова һәм район үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы директоры Аксана Хәлим ҡыҙы Сынбулатова барыһына ла оло рәхмәттәрен, ихтирамдарын белдереп, байрам менән ҡотланылар.

Л.Х. Такалова, үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге китапханасыһы.