12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

«Донъя нуры – Әсә икән»

Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге хеҙмәткәрҙәре «Ағинәйҙәр» берекмәһе һәм әүҙем китап уҡыусылары өсөн Әсәйҙәр көнөнә арналған «Донъя нуры – Әсә икән»  исемле әҙәби кисә ойошторҙо.

Ер йѳҙѳндәге иң гүзәл, иң ғәзиз һүҙ – әсәй! Шул һүҙ менән баланың теле асыла һәм ул бѳтә телдәрҙә лә берҙәй яғымлы яңғырай. Әсә йѳрәге – иң һиҙгере, тиҙәр. Унда балаға булған мѳхәббәт хисе бер ҡасан да һүнмәй.

Байрамда ҡатнашыусы ҡатын-ҡыҙҙарҙы ҡотлап, район «Ағинәйҙәр» ҡоро етәксеһе Миңзифа Ишемғолова иң изге теләктәрен еткерҙе.

Бөгөнгө көндә «Ағинәйҙәр»ебеҙ әсәйлек бурысын өлгөлө башҡарып, үҙ иңдәренә «Өләсәйлек» бурысы алған. Өләсәйҙәр психик өлгөрөүҙең юғары дәрәжәһенә еткән, улар тынысланған, юҡҡа-барға ҡыҙып, ҡаңғырып бармай торған халәткә еткән. Улар аҡылланған, йөрәген дә, асыуын да, хистәрен дә аҡылға буйһондорған. Һәм бына йәнәшәһендә ошондай үҙ-үҙенә ышанған, тәжрибәле, бер хәлдә лә ҡалтырап төшмәгән, ҡысҡырмаған һәм барыһын да тик ыңғайға ғына һаплап торған өләсәй булыуы йәш әсәләр өсөн бер бәхет. Ошо  үҙенсәлекле тема хаҡында фәһемле әңгәмә ойошторолдо. Әлбиттә, әле үҙе лә балалыҡтан сығып, холҡо нығынып өлгөрмәгән йәш әсәгә һәр яҡтан ярҙам ҡулы һуҙып, төплө кәңәштәрен биргән өләсәйҙәр булһа, күп йәш ғаиләләр һаҡланып ҡалыр ине. Шулай уҡ, «Башҡортостан» гәзитенең 131-132 һандарында сыҡҡан Фәйез Харрасовтың «Кире ҡайтып йөрөмә» хикәйәһенә ҡарата үҙ фекерҙәрен еткерҙеләр. Кисә моңло йыр, ҡыҙыҡлы уйындар, нәфис һүҙ менән аралашып барҙы.

Р.З. Файзуллина, башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге мөдире.