12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

Китапханасылар “Һабантуй-2019” байрамында

Хәйбулла районында Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған Һабантуй байрамы тантаналы шарттарҙа үтте. Үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы хеҙмәткәрҙәре лә был сарала әүҙем ҡатнашты. Арҙаҡлы яҡташ яҙыусыларыбыҙ Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре Йомабикә Ильясова, Фәрзәнә Аҡбулатова, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Ғәзим Шафиков, шағир Ҡадир Әлибайҙың портреттары менән һабантуй парадынан үттеләр. Байрам концертында үҙәк район китапхана хеҙмәткәрҙәренең «Хазина» халыҡ инструменттар ансамбле сағыу сығыш яһаны.