Муниципальное автономное учреждение Централизованная библиотечная система муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

Хәйбулла районы үҙәкләштерелгән китапханалар ситемаһының үҙәк район китапханаһы Бөтә Рәсәй «Библиотөн – 2019» сараһы сиктәренә ҡарата,Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуғаарналған «Милләтебеҙҙең рухи йондоҙо» исемле әҙәби викторинаһорауҙары тәҡдим итә

Хәйбулла районы үҙәкләштерелгән китапханалар ситемаһының үҙәк район китапханаһы  Бөтә Рәсәй «Библиотөн – 2019» сараһы сиктәренә ҡарата, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған «Милләтебеҙҙең рухи йондоҙо» исемле әҙәби викторина һорауҙары тәҡдим итә.

Викторина ҡағиҙәләре: һорауҙарға яуаптар 2019 йылдың 12 апреленә тиклем krcbs2016@mail.ru электрон адрес буйынса йәки үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендә (453800, Хәйбулла районы, Аҡъяр ауылы, Салауат Юлаев проспекты, 43) яҙма рәүештә ҡабул ителә.

Викторинала 14 йәштән өлкән уҡыусылар, юғары һәм урта белем биреү уҡыу йорто студенттары һәм өлкәндәр ҡатнаша ала.

Ҡатнашыусылар исем-шәрифтәрен, эшләгән, йәшәгән һәм уҡыу урынын, белешмә өсөн телефондарын яҙыу мотлаҡ.

Викторинаның һөҙөмтәләре һәм еңеүселәрҙе бүләкләү 2019 йылдың 18 апрелендә «Библиотөн – 2019» акцияһында үткәрелә. Белешмәләр өсөн телефондар: 2-16-79; 2-25-41.

 

Һорауҙар

  1. Шағирҙың беренсе шиғырҙар китабы нисәнсе йылда донъя күрә һәм нисек атала?

 

  1. «Ғазаптарың, яфаларың, яраларың ҡот осҡос, күргән, кисергән яҙмышың фажиғәле, Зөлхәбирә. Ләкин улар тыуған ерҙе сит ергә, үҙ кешеләреңде яттарға алмаштырырға хоҡуҡ бирәме икән? Быныһын мин белмәйем» Был һүҙҙәр ниндәй драманан һәм Зөлхәбирәнең ҡайһы әхирәте әйтә?

 

 

  1. Мостай Кәримдең Бөйөк Ватан һуғышына китерҙән алда халҡына яҙған шиғыры нисек атала?

 

  1. Һунарсы минең ырыуым
    Һунарсы ата-бабам,

Һунарсы ҡаны үҙемдә,

Һунарсы булыр балам.  Был өҙөк  ҡайһы поэмаһынан һәм кем тарафынан һөйләнелә?

 

  1. «Ай тотолған төндө» трагедияһында Тәңкәбикә ролен уйнаусы актриса?

 

  1. Агазия образы ниндәй әҫәрҙән?

 

  1. Ниндәй театр Мостай Кәрим исемен йөрөтә?

 

  1. 2013 йылдың 10 октябрендә Мостай Кәримгә һәйкәл ҡайҙа асылды, авторы кем?

 

  1. «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» фильмының режиссеры?

 

  1. Оло инәһе Кендекте ниндәй ҡушамат менән йөрөтә һәм ул нимәне аңлата?

 

  1. Мостай Кәримде әсир итеүсе өс мөғжизә, уларҙы һанап китегеҙ.

 

  1. «Васыят әйтер, өгөт бирер өсөн йыйманым мин һеҙҙе, балалар. Сәңгелдәктә ятып, имеҙлек имгәнегеҙгә лә бары фатихамды яңыртам, теләктәремде генә ҡабатлайым: бер-берегеҙгә игелек күрһәтегеҙ, үҙегеҙ игелек күрерһегеҙ. Онотмағыҙ шуны!». Был изге фатиха һүҙҙәре ҡайһы повестан һәм уны кем әйтә?

 

  1.  Мостай Кәрим Еңеү көнөн ҡайһы ҡалала ҡаршылай?

 

  1. Вәзир, Ғабдулла, Гөлнур ниндәй әҫәр геройҙары?

 

  1. Мостай Кәримдең ниндәй әҫәрҙәре буйынса фильмдар төшөрөлгән?