EnglishDeutschРусский
Версия для слабовидящих Карта сайта Спроси библиографа ЦРДМБ Instagram Одноклассники YouTube
12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫНЫҢ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОН ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

«Әсәм теле – сәсән теле»

Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, ер шарындағы 6700 телдең яртыһына юғалыу ҡурҡынысы янай. Шуға ла һәр халыҡтың ғөрөф-ғәҙәтен, йолаларын, йыр-моңдарын, ауыҙ-тел ижадын, ғөмүмән, телен һаҡлап ҡалыу маҡсатында 21 февраль – Халыҡ-ара туған-тел көнө тип иғлан ителә.

19 февраль район үҙәк балалар моделле китапханаһында «Әсәм теле – сәсән теле» исемле әҙәби сәғәт үткәрелде. Төп маҡсаты китап һөйөүселәрҙә телгә һөйөү, телебеҙ менән ғорурланыу тойғоһо уятыу, халыҡ ижадын, йолаларын, балалар фольклорын өйрәтеү һәм таратыу итеп ҡуйылды. Китапханаға ҡунаҡҡа Акъяр ауылы беренсе мәктәбенең 4- се синыф уҡыусылары килде.

Сараны китапхананың мөдире Рәми Ғәриповтың «Туған тел» шиғыры менән асты, алып барыусылар төрлө конкурстарҙы бик мауыҡтырғыс итеп үткәрҙеләр. Осрашыу барышында уҡыусылар интелектуаль конкурс һәм викториналарҙа ҡатнаша алдылар.

Балаларға башҡорт телен өйрәнеү өсөн бик файҙалы сәғәт булды.