12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

Милләтебеҙҙең рухи йондоҙо

Башҡортостандың халыҡ шағиры, Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Социалистик Хеҙмәт Геройы Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға әҙерлек сиктәрендә үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендә Аҡъяр урта мәктәбенең 8 класс уҡыусылары өсөн “Милләтебеҙҙең рухи йондоҙо” исемле әҙәби-музыкаль кисә үткәрелде. Сараның маҡсаты яҙыусыға уның әҫәрҙәренә, телебеҙгә, илебеҙгә ихтирам, илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләү.

Әҙәбиәтебеҙ ғорурлығы Мостай Кәримдең ижады һәр быуын уҡыусыларының рухи хазинаһына әйләнде. Оло шәхесебеҙ башҡорт теленең бөйөклөгөн, данын бөтә ил киңлегенә алып сыҡты, үҙенсәлекле ҡабатланмаҫ әҫәрҙәре менән күңелдәргә үтеп ингән илаһи нур сәсте.

Мостай Кәримдең рухына сорналған сарала шағирҙың данлы тормош юлы һәм ижадына слай-презентация һәм “Тәрән мәғәнәле ижад” исемле китап күргәҙмәһе аша яҙыусының әҫәрҙәренә байҡау яһалды. “Оҙон-оҙон бала саҡ”, “Беҙҙең өйҙөң йәме” әҫәрҙәренән өҙөк уҡып уҡыусыларҙа яҙыусының ижадына ҡыҙыҡһыныу уяттыҡ. Артабан уҡыусылар Мостай Кәримдең тәбиғәткә арналған шиғырҙарын яттан һөйләп әҙиптең ижадына битараф булмауҙарын күрһәттеләр.

Кисә барышында Көнһылыу Ҡоланбаева Мостай Кәримдең “Уҡытыусыма”, “Яҙмыштарҙан уҙмыш юҡ”  шиғырына ижад ителгән йырҙарҙы башҡарып моң донъяһына әйҙәне.

Милләтебеҙҙең рухи йондоҙо – Мостай Кәрим — башҡорт халҡы өсөн бары тик үҙенә генә хас, мәңге тере, мәңге асыласаҡ хазина ул. Әҙиптең ижады беҙҙең күңелдәрҙе артабан да нурландырыр.

Әҙәби кисә Мостай Кәримдең “Ҡайын япрағы тураһында” шиғырына флешмоб  менән тамамланды.