12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

«Ғаилә ныҡлығы тамырынан беленә»

Антингән ауылы китапханаһы тарафынан Ғаилә йылына арналған район имиджлы саралар конкурсы сиктәрендә «Ғаилә ныҡлығы  тамырынан беленә» исемле әҙәби–музыкаль конкурс үткәрелде.

         Ғаилә-тормошобоҙҙың нигеҙе, халҡыбыҙҙың, республикабыҙҙың киләсәге. Матур ғаилә ҡороп, бер-береңде хөрмәтләп, бер-береңә ярҙамлашып йәшәү һәр беребеҙҙең изге бурысы.

Кисәне асып,  Антингән ауылы китапханасыһы Ахмәҙеева Банат Зәкир ҡыҙы залда ултырыусы барлыҡ тамашасыларҙы Ғаилә йылы менән ҡотлап, уларға ғаилә бәхете, бәрәкәтле ғүмер теләне.

Китапханасы «Ғаиләм–ҡәлғәм » исемле китап күргәҙмәһе менән таныштырып, яҙыусы Әҡлимә Сафинанын «Күрше хаҡы» китабының “Әле йәшәйһе килә” әҫәрендә ниндәй генә ауырлыҡтар, ҡаршылыҡтар булмаһын, был тормошто яратҡан, яман ауырыуға дусар булған Айһылыу исемле ҡыҙҙың яҙмышы тураһында ҡыҫҡаса таныштырып үтте.

Иң әүҙем китап уҡыусы Ультракова Айгуль Сәғәҙей ҡыҙын котлап, бөйөк рус яҙыусыһы Максим Горький «Китапты яратығыҙ, ул һеҙҙең тормошоғоҙҙо еңеләйтер, буталған уйығыҙҙан сығырға дуҫтарса ярҙам итер, аңығыҙҙы нығытыр, йөрәгегеҙ менән ошо доъяны һәм кешелекте яратырға өйрәтер»  тип,  китапханасы барлыҡ залда ултырыусыларҙы китап уҡырға саҡырҙы.

Татыу ғаиләләрҙә генә тырыш, уңған, тәүфиҡлы балалар үҫә. Шундай күркәм сифаттары булған Мусиндар, Байғужиндар, Ултраковтар, Мөхәмәдйәровтар, Азаматовтар, Юламановтар ғаилә парҙарын сәхнә түренә саҡырып, улар араһында матур конкурс үткәрелде.

«Балаларығыҙҙың исеме нимәне аңлата?», “Бишек йырҙары”, “Балалар менән булған ҡыҙыҡлы хәл», “Кайһы ғаилә күберәк матур һүҙҙәр белә?” «Шиғыр, ҡобайырҙар ,мөнәжәттәр һөйләү бәйгеһе», «Шиғыр, ҡобайырҙар” конкурстарында ғаилә парҙары әүҙем ҡатнаштылар.

Күркәм кисәне йомғаҡлап “ Ғаиләләрҙең концерт номерҙары» конкурсы үткәрелде. Һәр ғаилә бик матур йыр, бейеү тәҡтим итте. Кисәлә өлкән быуын кешеләре ҡатнашыуы  бигерәк мәртәбәле булды: 65 йәшлек Азаматов Ишберҙе ағай һәм 65 йәшлек Азаматова Гөлнаһар апай, 66 йәшлек Байғужина Тайба апай, 60 йәшлек Мусин Наил ағай һәм Мусина Зөлфиә апай, Мөхәмәдйәровтар ғаиләһенән 62 йәшлек өләсәй Арсланова Фәниә апай һәм 62 йәшлек ҡартатай Арсланов Нәсибулла ағайҙар киләсәк быуынға үрнәк булып торҙо.

Халҡыбыҙҙа «Мираҫҡа иң ҙур бүләк-тәрбиә» тигән матур әйтем бар. Тәрбиә-ул быуындан-быуынға тапшырылып килгән оло хазина. Ошо хазинаны юҡҡа сығармай, ошо имен донъяларҙа, ғаилә тамырын һулытмай йәшәйек ауылдаштар тип, кисәлә ҡатнашыусы оло быуын кешеләренә ҙур рәхмәт әйтеп, китапханасы кисәне тамамланы.

Жюри ағзалары тарафынан конкурста ҡатнашыусы Мусиндар ғаиләһенә “Иң тырыш ғаилә», Байғужиндар ғаиләһенә “ Иң һөйкөмле ғаилә”, Ултраковтар ғаиләһенә “Иң музыкаль ғаилә”, Мөхәмәдйәровтар ғаиләһенә “Иң күркәм ғаилә”, Азаматовтар ғаиләһенә “Иң дәртле ғаилә”, Юламановтар ғаиләһенә «Иң оҫта ғаилә» номинациялары бирелде.