12+
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан

Яҡты хистәр донъяһы.

Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендә Гөлнур Миҙхәт ҡыҙы Якупованың юбилейына арналған “Яҡты хистәр донъяһы ”- исемле китап күргәҙмәһе ойошторолдо һәм ижадына байҡау яһалды.

Гөлнур Яҡупова — яҙыусы, тәржемәсе, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Жәлил Кейекбаев, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге әҙәби премиялар лауреаты.

Заманса яңғырашлы һәм шул уҡ ваҡытта халҡыбыҙҙың сәсән телен, алтын аҡылын, тәрән тамырлы тарихын һүрәтләгән әҫәрҙәре уҡымлы. Улар беҙҙе яҡшылыҡҡа, яҡтылыҡҡа әйҙәй.

Әҙәби ижад һуҡмағына иртә аяҡ баҫа, журналист ҡәләмен дә ташламай. Шиғырҙары 1964—65 йылдарҙа уҡ «Ленинсе», «Совет Башҡортостаны» гәзиттәрендә баҫыла башлай. Яҙыусы һөнәренә ныҡлап тотоноуы XX быуаттың 80-се йылдарына тура килә. «Йәш көстәр» альманахында тәүге шиғри шәлкемдәре донъя күрә. 1989 йылда «Нағыш» исемле китабы нәшер ителә. «Автограф» тигән йыйынтығы әҙип ҡәләменең көсөн һәм һәләтен ныҡлап иҫбатлай, уның ижадына һәр тарафтан ҡыҙыҡһыныу арта. Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим: «…Тел бәҫен тота белеү, сама тойғоһо, фекер асыҡлығы, сағыу буяуҙар — бөтәһе лә өлгөргән талант хаҡында һөйләй…», — тигән баһа биреп, йәш шағирға Яҙыусылар берлеге ағзалығына фатиха бирә.

«Мөхәббәткә мәҙхиә», «Йөрәк хаты», «Әҙәм вә Һауа» исемле тос йөкмәткеле китаптары шиғриәт майҙанында һынатманы, Гөлнур Яҡупованы үҙ йөҙө, үҙ стиле булған, фекер һәм хис гармонияһына өлгәшкән шағир итеп танытты.

Уҡытыусы белеменә эйә авторҙың балалар әҙәбиәтендә лә хеҙмәттәре бар, кескәйҙәр өсөн ул «Ярғанат», «Ғәжәп хәбәр» тигән ҡыҙыҡлы һәм фәһемле китаптар яҙҙы. Ә инде «Башҡортостандың Ҡыҙыл китабы» фәнни баҫмаһынан сығып ижад ителгән «Ҡыҙыл китап аманаты» исемле ике томлыҡтың, унда ингән хикәйәләр, әкиәттәр, йомаҡтар һәм шиғырҙар аша еткерелгән, нәфис әҙәбиәт теле менән һеңдерелгән тәрбиәүи нотоҡтоң әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Башҡортостан Мәғариф министрлығының был баҫманы 2010 йылда мәктәптәр өсөн махсус нәшер итеүе лә быға дәлил.

Гөлнур Яҡупованың ижадында көтөлмәгән күренештәр булғылап тора. Мәҫәлән, үҙенең «Төш юрау китабы» менән дә аптыратты һәм ҡыуандырҙы ул уҡыусыларын. Ғәмәлдә был — заманса асҡыстар менән асылған, үҙ халҡыбыҙҙың йәшәйешен, ғөрөф-ғәҙәттәрен күҙҙә тотоп ҡоролған, башҡортса тәүге тәҡбирнамә.

Тел байлығы, образлы һүрәтләү маһирлығы, мауыҡтырғыс сюжеттар ҡороу һәләте Гөлнур Яҡупованың прозаһына тәм һәм ғәм бирә, уҡымлы итә. “Йыртҡыс ҡаны” тип аталған проза китабы менән йор ҡәләмле, бай телле прозаик икәнен иҫбат итте.

Әҙибә өс романдан торған «Ҡатындар» исемле трилогия ижад итеп уҡыусыларын ҡыуандырҙы. Ҡатын-ҡыҙҙың абруйын, ҡөҙрәтен арттырыуға, бөгөлөп төшкәнгә ҡалҡынырға ҡул һуҙыр көскә эйә булған яҙыусының осло ҡәләме һоҡланыуға һәм маҡтауға лайыҡ!